Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Апрель 2023, 10:50

Һеҙгә укроп ярҙам итәсәк...

әгәр ҡан баҫымы юғары булһа, эсегеҙ ҡатып ыҙалатһа... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әгәр һеҙҙең ҡан баҫымы юғары икән, эсегеҙ ҡатып ыҙалатһа, ашҡаҙанығыҙ йәки һейҙек юлы ауыртһа – укроп орлоғо ярҙам итәсәк.

Бер аш ҡалағы укропты сәйнүккә һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм өҫтөн ябығыҙ. 40 минут ултырғандан һуң ул үҙендәге бар файҙалы мәтдәне һыуға бүлеп сығарасаҡ. Көн һайын ашаған ваҡытта 7-10 тапҡыр өсәр йотомдан эсергә, ас ҡарынға ярамай. Бер курс дауаланыу – бер аҙна. Артабан профилактика өсөн айына 2-3 көн эсергә кәңәш ителә.

Иғтибар: ҡулланыр алдынан мотлаҡ врач менән кәңәшләшегеҙ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: dill-5097092_1920

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас