Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Апрель 2023, 07:16

“Халыҡ медицинаһы бөйөк көскә эйә...”

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ Баймырҙинаны күптәр яҡшы массаж яһаусы булараҡ белә. Ҡулдарының име тәнеңде лә, йәнеңде лә  дауалай, тиҙәр уның тураһында. Ул анатомияны яҡшы белгән, заманса өшкөрөү техникаһын өйрәнгән халыҡ табибы ла. Кешенең тәнендә  ниндәй органдарының эшләмәгәнен, йәғни энергияһының ҡайһы урында туҡтап торғанын ҡулы менән тотоп һиҙемләй ала.  Гөлназ Әхсән ҡыҙы менән әңгәмәбеҙ тап ошо хаҡта булыр.

“Халыҡ медицинаһы бөйөк көскә эйә...”“Халыҡ медицинаһы бөйөк көскә эйә...”
“Халыҡ медицинаһы бөйөк көскә эйә...”

Имсе ―  икенсе төрлө әйткәндәкешенең энергияһы менән эшләгән терапевтХалыҡ табибыимсе булыу өсөн  кешегә ниндәйҙер тормош тәжрибәһе туплаумаңлайыңа яҙылған һынауҙарҙыауырлыҡтарҙы үтеү кәрәктермоғайын. Әйткәндәй, ауырлыҡ та, еңеллек тә  үҙенә күрә һынау булып тора. 

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ Баймырҙинаны күптәр яҡшы массаж яһаусы булараҡ белә. Ҡулдарының име тәнеңде лә, йәнеңде лә  дауалай, тиҙәр уның тураһында. Ул анатомияны яҡшы белгән, заманса өшкөрөү техникаһын өйрәнгән халыҡ табибы ла. Кешенең тәнендә  ниндәй органдарының эшләмәгәнен, йәғни энергияһының ҡайһы урында туҡтап торғанын ҡулы менән тотоп һиҙемләй ала. 

Гөлназ Әхсән ҡыҙы менән әңгәмәбеҙ тап ошо хаҡта булыр.

 

– Гөлназ Әхсән ҡыҙы, үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле? 

– Мин сығышым менән Таулыҡайҙанмын. Дүрт балалы ғаиләлә баш бала булып донъяға килгәнмен. Ике һеңлем һәм бер ҡустым бар. 7-се класҡа тиклем ауылымдағы мәктәптә, унан Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыным. Уны тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт  институтына юлландым. 

Әсәйем Заһира Оморҙаҡова ғүмере буйы ауыл китапханасыһы булып эшләне. Шуға ла минең алдымда ниндәй һөнәр һайларға, тигән һорау торманы. Ул  ваҡытта киң билдәлелек яулаған Силәбе сәнғәт институтына документтарымды тапшырҙым. Ҡулыма диплом алғас, Силәбелә тороп ҡалырға ҡарар иттем. Татар-башҡорт китапханаһында хеҙмәт юлымды башланым. 

– Тормош иптәшегеҙ менән дә Силәбелә таныштығыҙмы? 

– Эйе. Тормош иптәшем Азамат Ғәлимйән улы Баймаҡ егете булһа ла, яҙмыш беҙҙе Силәбе ерендә осраштырҙы. Ул – техник университетта, мин сәнғәт  һәм мәҙәниәт институтында уҡып йөрөй инек. Танышып ҡауыштыҡ. Тиҙҙән улыбыҙ Айнур донъяға килде. 

– Силәбеләге татар-башҡорт китапханаһы – шул ҡалала йәшәгән башҡорттарҙы һәм татарҙарҙы берләштереп торған урын, тиҙәр… 

– Ысынлап та, шулай. Силәбе ҡалаһының башҡорттар ҡоролтайы йыйылышы һәр саҡ мин эшләгән китапханала үтте. Ул йылдарҙа урындағы ҡоролтай эше  гөрләп торҙо. Ниндәй генә саралар уҙғарманыҡ! Һәр көнөбөҙ рухи байлыҡ менән һуғарылған күңелле мәлдәргә тулы булды. 

– Башҡортостанға ҡасан күсеп ҡайттығыҙ? 

– 1999 йылда. Башта Сибайға күсеп ҡайттыҡ. Китапханасы булып эшемде дауам иттем. 2004 йылда ҡыҙыбыҙ Алтынай тыуғас, тормош рәүешемде  үҙгәртергә булдым. Яйлап ҡына сауҙа өлкәһен өйрәнә башланым. 2006 йылда шәхси эшҡыуар булып киттем. 

– Әле һеҙ Баймаҡта төпләнгәнһегеҙ. Ниндәй сәбәптәр һеҙҙе бында күсергә мәжбүр итте? 

– Сауҙа өлкәһендә эшләй башлағас, Баймаҡта магазиндар астыҡ. Көн дә Сибайҙан йөрөп эшләү айырым мәшәҡәттәр тыуҙыра ине. Шуға ла 2007 йылда ғаиләбеҙ менән күсергә ҡарар иттек. Бында өсөнсөгә бәпәйебеҙ булды. Әле Мәҙинә 4-се лицейҙың 5-се класында уҡып йөрөй. 

– Ни өсөн сауҙа эшен ташлап, халыҡ медицинаһын һайланығыҙ? 

– Бала саҡ хәтирәләрем һәр саҡ атайымдың үлән йыйып йөрөгән мәленә барып тоташа. Беҙ шулай тәбиғәткә яҡын булып үҫтек. 12 йәшемдә, бесәнлектә  йөрөгән мәлдә, мине йылан саҡты. Күҙ асып йомған арала аяғым бүрәнәләй шеште. Үҙемдең ҡотом осто. Ә бына атайым тыныс ҡалды. Урманға йүгереп  инеп китте лә ике япраҡ тотоп сыҡты. Ошо япраҡты иҙеп яраға һалды. Күп тә үтмәй аяҡтың шеше ҡайтты. Бер ни булмағандай бесән сабыуҙы дауам иттек.  Тап ошо мәлдә мин үләндең ҡөҙрәтенә инандым. Халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһына башланым. Һәр төрлө китаптар уҡыным. Атайым өйрәткән рецепттарҙы дәфтәр битенә яҙып барҙым. Әммә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, бала саҡ мауығыуымды ситкә ҡуйып торҙом. Йылдар уҙғас, нисектер үҙенән-үҙе килеп сыҡты. 

– Һеҙҙең нәҫелдә халыҡ медицинаһы менән булышҡан кешеләр булдымы? 

– Йомаш ауылында йәшәгән ҡарт өләсәйем Сәмиғә Байегетова бик күптәрҙең кендек инәһе булған. Һөлөк һалған, имләп дауалаған. Мәктәптә уҡый  башламаҫ элек мин уға ҡунаҡҡа йыш бара инем. Һөлөк һалып дауалағаны әле лә күҙ алдымда тора. Үкенескә, күп тә үтмәй мәрхүмә булып ҡалды. Атайым яғынан да әүлиә бабай булған. 

– Һеҙҙең остазығыҙ бармы? 

– Башланғыс классик массажға Сибай, Силәбе ҡалаларында уҡыным. Унан инде яйлап ҡына белемемде арттыра, камиллаштыра башланым. Һөлөк һалыу буйынса бик тәжрибәле, белемле невролог, рефлексотерапевт, гирудотерапевт Елена Штихлингтың (Екатеринбург) лекцияларын тыңлап өйрәндем. Унан һуң “Йомшаҡ мануаль техника” буйынса Александр Иванов (Мәскәү), “Быуын, эске органдарҙы урынына ултыртыу” буйынса Максим Половинко (Мәскәү), “Остеопатия, мануаль терапия” буйынса Игорь Левашов (Санкт-Петербург), имселек һәм бағымсылыҡҡа Зөфәр Алтынбаевтың (Ҡазан) белем биреү курстарында уҡып ҡайттым. Остаздарыма бик рәхмәтлемен, бер нәмәгә лә алмаштырғыһыҙ, ныҡ файҙалы, тәрән белем бирҙеләр. 

– Кешене дауалау көсөн ҡайҙан алаһығыҙ? 

– Рәхәтләнеп ҡырға сығып ял итеүҙе үҙ итәм. Тауға үрмәләргә яратам. Тағанай, Ирәмәл тауҙарында йыш булам. Әйткәндәй, минең көсөм Ирәмәлгә күтәрелгән саҡта асылды. Йылға, күл буйҙарындағы ял да файҙалы. Атта һыбай йөрөйөм. Үләндәр йыям. 

– Һеҙгә ниндәй проблема менән йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр? 

– Төрлө ауырыуҙар менән киләләр. Бындайҙарҙы мин анатомияға таянып, Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтенә тапшырып, ҡул нуры менән дауалайым. Шулай уҡ  балаларҙы ла алып киләләр. Бәләкәстәр араһында сколиоз, неврология, стресс, депрессия, ашҡаҙан-эсәк менән бәйле проблемалар күҙәтелә. Элегерәк  балалар күберәк үпкә ауырыуҙары менән интеккән. Хәҙер неврологик ауырыуҙар беренсе урында тора. Шулай уҡ интернеттан зәхмәт эләктергән балалар ҙа йыш килә.

Балаларығыҙ менән аралашырға, һөйләшергә ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Зәхмәттән былайыраҡ, күп осраҡта, ҡыбырламайынса оҙаҡ ултырған баланың  арҡаһы көмөрәйә, остеохондроз барлыҡҡа килә. 

– Мануаль терапия, сыҡҡан һөйәкте урынына ултыртыу, эс һылау – былар барыһы ла бер-береһе менән бәйлеме? 

– Әлбиттә. Бер кеше, ҡулым ҡыбырламай башланы, йөрәгем ауырта, тип килде. Тотоп ҡарап, диагностика яһаным. Сәтәкәй бармағы сыҡҡан икән. Ҡул быуынын урынына ултыртҡайным, һыҙланыуҙары ла бөттө, ҡулы ла ҡыбырлай башланы. Ә бына эс һылау тәжрибәһен өләсәйҙәр борон-борондан киң  ҡулланған. 

Ауыр күтәргән саҡта йыш ҡына ашҡаҙан, эсәк, бөйөр, инәлек түбәнләй. Эсен дөрөҫ итеп һылап ебәргәндә уларҙың барыһын да урынына ултыртып була. Боронғо дауалау ысулдарына шулай уҡ хиджама, һөлөк һалыу ҙа инә. Тәүгеһендә капилляр ҡан ебәреү юлы менән дауалаһалар, икенсеһе исеме үк әйтеп тора. Һөлөк һалып юғары ҡан баҫымын, тромбтарҙы бөтөрөп, инсульт һәм инфарктты иҫкәртеп, хатта түлһеҙлектән дә дауалап була. 

– Традицион медицинанан баш тартҡан сирлеләр килгәне бармы? 

– Ундайҙар бик күп. Хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Баш ауыртыуы, неврологик, быуындар һыҙлауы, быуын сығыуы, ашҡаҙан-эсәк, бөйөр-һейҙек юлы ауырыуҙары, юғары ҡан баҫымы, гинекологик ауырыуҙар, түлһеҙлек, эске органдар төшөүе, үпкә-йөрәк ауырыуҙары, хәлһеҙлек, йәғни хроник арыу синдромынан, ҡурҡыу, күҙ тейеү, боҙомдан дауалайым. 

– Заман сире булған алкоголизм, игромания менән килгәндәр бармы? 

– Бар. Ундайҙарҙы, ғәҙәттә, туғандары башҡа бер ауырыуын дауалайыҡ, тип алып килә. Эскән кешенең һаулыҡ яғынан проблемалары күп бит ул! Мин шул ыңғайҙан психологик алымды ҡулланам. Дауаланырға ризалашҡанын үҙе лә һиҙмәй ҡала. Эсеүен ташлағандар күп булды. Ҡайһы берәүҙәр, фото аша дауалағыҙ, ти. Юҡ, мин улай эшләмәйем. Ғәҙәттә, эскелек күп осраҡта башта травма булғанда барлыҡҡа килә. 

– Халыҡ медицинаһы ысулдарын йыям тигәйнегеҙ… 

– Эйе, берәй имсе инәй тураһында ишетһәм, эҙләп табам. Уға барып дауалау алымдарын өйрәнәм, яҙып алам. 

– Шуларҙың ҡайһы берҙәре менән уртаҡлашығыҙ әле? 

– Әлбиттә. Әгәр һеҙҙең өйҙә һары май, бурһыҡ һәм көнбағыш майы булһа, тимәк, күп ауырыуҙарҙы еңдегеҙ, тигән һүҙ. Ҡайһы берәүҙәр, бурһыҡ майын эсергә кәрәк, ти. Минеңсә, ыуыныу күпкә һөҙөмтәлерәк. Ҡояштан нур алып үҫкән көнбағыш беҙҙең климатҡа, беҙҙең ерлеккә тап килгән көслө  дауалау сараһы. Уның менән эшләнгән төнәтмәләргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. 

Мәҫәлән, сәсәп йүткергәндәр өсөн еңел генә рецепт: табаҡҡа ҡулығыҙҙы тыға алырлыҡ эҫелектәге һыу ҡойоп, терһәгегеҙгә тиклем тығып ултырығыҙ. Яйлап ҡына һыуҙы эҫетә барығыҙ. Ошолай 30-40 минут ултырғандан һуң (ҡулығыҙ һыуға ебеп, бүртеп китергә тейеш), ҡоротоп һөртөгөҙ ҙә, йөн  бейәләйҙәр кейегеҙ һәм йоҡларға ятығыҙ. Иртәнсәк һауығып килеп торорһоғоҙ. 

Циститтан интеккәндәргә ярҙамға тары ярмаһы килер. 1 стакан ярманы ныҡлап йыуып алығыҙ. Унан 2 стакан һыу ҡойоп, бармаҡтарығыҙ менән ыуалағыҙ.  Һөт төҫөнә ингән һыуҙы эсегеҙ. 15 минуттан ауыртыу баҫылыр. 

Простатиттан дауаланыу өсөн эйәрһеҙ атта һыбай йөрөргә кәрәк. Әйткәндәй, простатит йәшәрә. Хәҙер был сир менән хатта 20 йәшлек ир-егеттәр ҙә яфалана. 

Өфөгә барған саҡта Әсе йылғаһы буйынан үтәбеҙ. Ундағы ауылда колонканан ағып торған һыуҙың шифаһы тураһында күптәр белмәй. Ошо һыуға  аяғыңды тығып ултырһаң, аяҡ, тубыҡ һыҙлауы баҫыла. Ваннаға 2-3 сүмес һыуҙы өҫтәһәң, токсиндарҙы сығара. Коронавирус ауырыуы эҙемтәләренән  ҡотолоу өсөн дә был һыу ярап ҡала.

Ангинанан туҙ һағыҙын сәйнәргә кәрәк.

Бал продукцияһы – үҙе үк күп ауырыуға дауа. Шул уҡ инә ҡорт һөтө, прополис, һитә, балауыҙ күбәләге, үлгән бал ҡорто белеп ҡулланғанда бик тә файҙалы. Тик уны үҙегеҙгә төнәтеүе ауыр буласаҡ. Әҙер прополисты аптеканан алырға була.

Борон-борондан тын юлы ауырыуҙарын боҫтама менән дауалағандар. Тәбиғи һары майҙы (магазиндан алынғаны түгел!) сепрәккә манып, йүтәл, бронхит менән яфаланған кешенең күкрәгенә төнгөлөккә һалып, нығытып ҡуйырға кәрәк. Ошолай йүтәл бөткәнсе ҡабатлағыҙ.

Көн һайын иртәнсәк 1 стакан ҡайнар һыуға ярты балғалаҡ аш содаһын һалып эсегеҙ. Ошо рәүешле һеҙ рак ауырыуҙарын иҫкәртә алаһығыҙ. Әммә теге йәки был ысулды ҡулланыр алдынан табиптар менән кәңәшләшегеҙ.

– Рәхмәт. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашыр уҡыусыларығыҙ бармы?

– Эйе, бар. 2021 йылда мин үҙем дауалаған һәр йүнәлеш буйынса айырым курстар астым. Был курстарҙа әле ошо йүнәлештә эшләп йөрөгәндәргә яңы алымдарҙы өйрәтәм. Уларҙың квалификацияһын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуям. Ошо йүнәлештәрҙең береһен өйрәнеү теләге көслө булған өйрәнсектәрҙе лә курстарға алам.

– Пландарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле?

– Электән килгән, әммә хәҙер онотолған халыҡ дауалау ысулдарын өйрәнеп, уларҙы эшемдә ҡуллана башларға ине. Мәҫәлән, үләнгә һалып дауалау, бал ҡортонан саҡтырыу һ.б. Һәм, әлбиттә, үҙем алған белемемде башҡаларға өйрәтеү. Бынан тыш депутатыбыҙ Гөлнур Ҡолһарина етәкләгән “Ер ҡото” проектына ла ҡушылдым. Был проект сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына, йәғни улын юғалтҡан ата-әсәләргә, ире һәләк булған ҡатындарға, атаһыҙ ҡалған балаларға халыҡ медицинаһы саралары менән бушлай ярҙам күрһәтәбеҙ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Алдығыҙға алған изге маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырырға яҙһын!

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА  әңгәмәләште.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас