Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Апрель 2023, 11:45

Баллы һыуҙы нисек әҙерләргә?

Иртәнсәк үҙеңде яҡшы тойоу, тонус өҫтәү һәм профилактика сиктәрендә баллы һыу эсергә кәңәш итәләр. Уны дөрөҫ әҙерләү юлдарын өйрәтәбеҙ. Беренсеһе: 1 сәй ҡалағы балды 1 стакан һыуға (фильтрҙан үткән йәки шишмә һыуы) һалып болғатабыҙ. Беҙ бының менән...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баллы һыуҙы нисек әҙерләргә?

Иртәнсәк үҙеңде яҡшы тойоу, тонус өҫтәү һәм профилактика сиктәрендә баллы һыу эсергә кәңәш итәләр. Уны дөрөҫ әҙерләү юлдарын өйрәтәбеҙ.

Беренсеһе: 1 сәй ҡалағы балды 1 стакан һыуға (фильтрҙан үткән йәки шишмә һыуы) һалып болғатабыҙ. Беҙ бының менән 30 процентлы бал иретмәһе алабыҙ, ул составы буйынса ҡан плазмаһына торошло тип һанала.

Икенсеһе “Йәшәү элексиры” тип атала. Бының өсөн кискеһен 1 аш ҡалағы балды 1 стакан һалҡын һыуҙа иретәбеҙ. Иртәнсәк 1 сәй ҡалағы йәки 1 аш ҡалағы алма һеркәһе (йәки яңы һығылған лимон һуты) өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ һәм һалҡын килеш ашар алдынан бер сәғәт элек эсәбеҙ. Ә шулай ҙа иң яҡшыһы иртәнге сәғәт 5 менән 7 араһында эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: htwvLgvl0dE (1)

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас