+24 °С
Ямғыр


Һоло кеҫәле ашҡаҙан, бөйөр һәм бауыр өсөн бик файҙалы. Ул хатта үттәге, һейҙек ҡыуығындағы ташты ваҡлай, ҡан тамырындағы холестеринды кәметә. Һоло хәл индерә, көс-ҡеүәт өҫтәй, депрессиянан сығырға ярҙам итә.
Кеҫәлде әҙерләү өсөн 1 стакан һоло ярмаһы, 5 стакан һыу кәрәк. Ҡайнап сығыу менән утын кәметәбеҙ һәм шыйыҡ кеҫәл ҡуйылығында булғансы ҡайнатабыҙ. Унан бер аҙ һөт өҫтәп, йәнә ҡайнатабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, 4 аш ҡалағы бал ҡушып болғатабыҙ (тәменә ҡарап аҙыраҡ йә күберәк алырға мөмкин). Әҙер кеҫәлде көн дауамында үҙегеҙ теләгәнсә ашағыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.