Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Март 2023, 17:30

Йоҡлап булмаймы?

Йоҡо дарыуын һатып алғансы, үҙең эшлә! Дарыуҙың зарары ла була бит!  1. Ташҡабаҡ һутын эсегеҙ. Был һут шулай уҡ кәүҙә ауырлығын кәметә, гипертониянан, шешенеүҙән ярҙам итә. Ул һутты йоҡлар алдынан 1 стакан эсеп ятҡанда йоҡо ла ҡаты була.   

Йоҡлап булмаймы?Йоҡлап булмаймы?
Йоҡлап булмаймы?

Йоҡо дарыуын һатып алғансы, үҙең эшлә! Дарыуҙың зарары ла була бит! 

1. Ташҡабаҡ һутын эсегеҙ. Был һут шулай уҡ кәүҙә ауырлығын кәметә, гипертониянан, шешенеүҙән ярҙам итә. Ул һутты йоҡлар алдынан 1 стакан эсеп ятҡанда йоҡо ла ҡаты була. 

2. Йылы һөт эсеп ятһаң тнысландыра. Был һөттә файҙалы аминокислоталар бар (триптофан һәм кальций). Улар тәбиғи тынысландырыусы препарат кеүек тәьҫир итә. 

3. Һоло бутҡаһы туҡ тота һәм йылы бирә. Унда клетчаткалар һәм мелатонин (йоҡо гормоны) бар. 

4. Бананда серотонин бар. Билдәле, тиҙ генә йоҡлап китергә була. Әммә банан менән артыҡ мауыҡмағыҙ. Бананда калорий бик күп. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас