+24 °С
Ямғыр


Ҡабаҡтың орлоҡтары А, С, Е витаминдарына, магний, кальций, тимер, фосфорға бай. Көнөнә 20-30 г ҡабаҡ орлоғо ашарға кәрәк. Ул ҡандағы шәкәрҙе нормаға килтерергә, тирене йәшәртергә, иммунитетты нығытырға, эс ҡатыуҙан ярҙам итәсәк. Тик үтә тоҙлоһон һатып алмағыҙ! Әгәр һеҙгә һимереү хас булмаһа, көнөнә 50 г орлоҡ ашарға мөмкин.
Ашҡаҙан язваһы, йыуан эсәк ауырыуҙары булған кешеләргә ҡабаҡ орлоғон ашарға ярамай.
Гүзәл Иҫәнгилдина.