Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Март 2023, 10:35

Дарыуханала булмаған дарыуҙар

Дарыуханала булмаған дарыуҙар ҙа була. Уларҙың исемлеген сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ.

Дарыуханала булмаған дарыуҙарДарыуханала булмаған дарыуҙар
Дарыуханала булмаған дарыуҙар

Доға – ул дауа

Ябай аҙыҡ – ул дауа

Физик күнекмәләр – ул дауа

Рәхәтләнеп көлөү – ул дауа

Яҡшылыҡҡа ышаныу – ул дауа

Ваҡытындағы йоҡо – ул дауа

Мөхәббәт – ул дауа

Рәхмәтле булыу – ул дауа

Дошманлашыуҙан, нәфрәттән баш тартыу – ул дауа

Уҡыу, рухи яҡтан үҫеш – ул дауа

Яҡшы кәйефтә булыу – ул дауа

Йәйәү йөрөү – ул дауа

Яҡшы дуҫтар – ул дауа

Үҙеңде һәм башҡаларҙы ғәфү итеү – ул дауа

Йырлау, бейеү – ул дауа

Ҡосаҡлашыу – ул дауа

Хуш еҫле сәй табыны янында һөйләшеү – ул дауа

Һәр йортта, һәр кешелә был дарыуҙарҙың һәр саҡ булыуын теләйбеҙ! Ә кәйефтәр һәр саҡ күтәренке булһын өсөн беҙ һеҙ яратҡан йырсыларҙы төркөмгә ҡуйып барабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас