Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Март 2023, 07:00

Ҡоҫҡоң килһә... лимонлы һыу эс

Йүткергәндә лә, ишетеү һәләте насарайһа ла,  ангина ваҡытында ла, йөрәк-ҡан тамырҙары өсөн дә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡоҫҡоң килһә... лимонлы һыу эс

Лимон һыуҙан һәм кислотанан тора. Шуның менән бергә уның составында витаминдар күп: иң беренсе сиратта был матдәләр алмашыуын көйләй, күҙәнәктәрҙе туҡландыра торған С витамины, артабан А, В1, В2, Д витаминдары һәм цитрустарҙа ғына була торған Р витамины, йәки цитрингә бай. Шуға ла лимон күп ауырыуҙарға дауалай торған һәм косметик сара булып тора.

Ангина ваҡытынды телемләп киҫелгән лимонды ауыҙға ҡабып һураһың йәм йотаһың. Быны сәғәт һайын ҡабатларға кәрәк. Бигерәк тә лимондың ҡабығы файҙалы. Уны сәйнәгәндән һуң, тамаҡ төбөндәге бактерияларҙы үлтерһен өсөн, башҡа ризыҡ ҡапмай торорға кәрәк.

Йүткергәндә тигеҙ күләмдә бал, лимон һуты, шәкәр ҡомо алып ҡайнатырға кәрәк. Йүткерә башлағанда бер аш ҡалағындай эсергә кәңәш ителә.

Тымаулағанда танауға бер нисә тамсы лимон һуты тамыҙырға.

Вирустарға ҡаршы сөгөлдөр һәм лимон һуты ҡушылмаһы – иң яҡшы сара.

Гипертониянан яфаланыусыларға тәүлегенә 3-4 тапҡыр ҡабығы менән лимон ашау файҙалы.

Баш ауыртҡанда лимон ҡабығының аҡ пәрҙәһен әрсеп, уның дымлы яғын сикәгә ҡуырға. Бер аҙ ваҡыттан лимон ҡыҙҙыра башлар, шуның менән баш ауырыуы ла баҫылыр.

Күңел болғанғанда лимондың ҡабығы менән емеше араһындағы аҡ пәрҙә ярҙамға килер. Ҡоҫҡо килгәндә бер аҙ баллы лимонлы һыу эсергә һәм сохари ашарға.

Ишетеү һәләтен яҡшыртыу өсөн дә лимон ярҙам итәсәк. Бының өсөн 1/4 лимон ҡабығын ашау ҙа етә.

Йөрәк-ҡан тамырҙары өсөн дә ул файҙалы. Лимонда витаминдар менән калий кеүек бик кәрәкле микроэлементтар ҙа бар. Ул емеш составындағы цитрин һәм аскорбин кислотаһы менән ҡушылып, нәҙек ҡан тамырҙарының стенаһын нығыта, уларҙың һығылмалылығын арттыра.

Тән тартышҡанда ун көн дауамында иртәле-кисле аяҡ табанын лимон һуты менән ышҡырға. Кипкәс, нәски кейергә.

Танау ҡанағанда лимон һуты тамыҙылған мамыҡ тығырға. Ҡан ныҡ аға икән, танау япраҡтарын бармаҡтар менән өс минут ҡыҫып тоторға. Был ваҡытта маңлайға һалҡын һалырға.

Фото асыҡ сығанаҡтан алындды: 1638103749_14-pro-dachnikov-com-p-limon-foto-14

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас