Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Март 2023, 05:35

Аяҡтар һыҙламаһын

Аяҡтар һыҙлағанда, варикоздан ошо ысул бик яҡшы ярҙам итә...

Аяҡтар һыҙламаһынАяҡтар һыҙламаһын
Аяҡтар һыҙламаһын

10 таблетка аспринды онтап, яҡшылап ваҡлағыҙ. Уны 250 г араҡы менән болғатығыҙ. 1-2 тәүлек төнәтегеҙ. Марляны ошо шыйыҡсала сылатығыҙ һәм ауыртҡан табандарығыҙға бәйләп, тышынан полиэтилен урап, өҫтөнән ойоҡбаш кейеп, төнгөлөккә ҡалдырығыҙ.

Табандарҙың ауыртыуы баҫыла, ярылған тиреһе лә бөтәшә.

Варикозлы аяҡтарға ла килешә.

Шулай уҡ остеохондроз яфалаһа ла, ошо шыйыҡсаны һөртөү ярҙам итә.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас