Ауыҙығыҙҙан еҫ киләме?

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ауыҙҙағы еҫте бөтөрөүҙең 3 ысулы бар:

1. Ауыҙҙан килә торған тәмһеҙ еҫте бөтөрөү өсөн 1 аш ҡашығы бөтнөк алып уға 250 мл ҡайнап торған һыу ҡойорға һәм 2-3 сәғәт төнәтергә ултыртабыҙ. Артабан ул ҡулланырға яраҡлы булып иҫәпләнә. 6 сәғәт һайын ауыҙҙы сайҡатып торорға мөмкин. Процедураны ярты ай дауам итергә тейеш.

2. Имән ҡайырын да алырға мөмкин. 1 аш ҡашығы киптерелгән һәм ваҡланған ҡайырға 250 мл ҡайнар һыу һалыға. Һуңынан ауыҙҙы асып, 30 минут һыу парында тоторға кәрәк. Төнәтмәне бер-нисә тапҡыр һөҙөп, көнөнә 2-3 тапҡыр сайҡатырға. Быны кәмендә 2 аҙна башҡарырға кәрәк.

3. 1-әр аш ҡалағы ер еләге япрағы, ромашка һәм әремде  алып ярты литр ҡайнар һыуҙа төнәтәбеҙ. Һуңынан уны термосҡа ҡойорға кәрәк. Ашағандан һуң ауыҙҙы сайҡатып торорға.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:koroj-duba

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас