Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Февраль 2023, 09:15

Һыҙланмай йәшәйек!

Кешеләрҙең йыш ҡына аяҡтары һыҙлауына, быуындары хәлһеҙләүенә зарланыуын ишетергә тура килә. Һәм был бәлә ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан күҙәтелеүе бар. Төрлө дарыуҙарҙан тыш халыҡ медицинаһына ла мөрәжәғәт итәйек...

Һыҙланмай йәшәйек!Һыҙланмай йәшәйек!
Һыҙланмай йәшәйек!

Кешеләрҙең йыш ҡына аяҡтары һыҙлауына, быуындары хәлһеҙләүенә зарланыуын ишетергә тура килә. Һәм был бәлә ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан күҙәтелеүе бар.

Бындай һыҙланыуҙарҙан төрлө күнекмәләр, ауыртыуҙы баҫа торған мазь-кремдар ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта аяҡтар, быуындар һыҙлауынан алма уксусы ла ярҙам итер. Бының өсөн 1 стакан йылы һыуға 1 сәй ҡалағы алма уксусын ҡойоп (тәме оҡшамаһа бер сәй ҡалағы бал өҫтәп) көнөнә ике мәртәбә эсәбеҙ. Алма уксусының составында калий, кальций, магний, В төркөмөндәге бар витаминдар бар. Ул тотош организмға ыңғай тәьҫир итә. Аяҡтар һыҙлауынан ҡотолоу өсөн уны бер ай дауамында эсергә кәрәк. Шулай уҡ аяҡтарҙы алма уксусы менән ыуыу ҙа бик яҡшы ярҙам итә, варикозлы аяҡтарға килешә.

Һау-сәләмәт булығыҙ, дуҫтарым!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас