Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Февраль 2023, 10:00

Ҡулдары алтын уның...

Радмир Фәрит улы иртәнге обходҡа килеп ингәндә, палата шунда уҡ яҡтырып киткәндәй тойола. Ә инде ул яныңа ултырып, йомшаҡ ҡына итеп ҡулдарыңа ҡағылһа, тороп йүгереп китерҙәй булаһың. Аҙ һүҙле, үтә етди лә, бик мөләйем дә ҡарашлы был хирург үҙенән иҫ киткес арбағыс нурҙар таратҡандай...

Ҡулдары алтын уның...Ҡулдары алтын уның...
Ҡулдары алтын уның...

Етди ҡарашлы, һәр саҡ шәп-шәп атлап йөрөгән хирург палатаға килеп инеү менән бар ауырыуҙар ҙа теремекләнеп киткәндәй була. Хатта ауыр операция кисергәндәр ҙә, табиптан бөркөлгән яҡтылыҡҡа ынтылып, карауатынан ҡалҡынып-ҡалҡынып ҡуя.

Радмир Фәрит улы Латыпов Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлегендә хирург, эндоскопист булып эшләй. Бөгөн билдәле хирург Айбулат Иманов уңышлы етәкләгән был бүлектә ҡасандыр тәжрибәле һәм билдәле медицина оҫталары, әллә күпме кешене әжәл ҡулынан йолоп ҡалған Ғиззәт Зөлҡәрнәев, Фирғәт Хисмәтуллин, Дарвин Зияев, Миңлеғәле Ғүмәров, Ғимаҙи һәм Илдар Хәсәновтарҙың һ.б. юлын өмөтлө, үҙ эшен яратҡан табиптар дауам итә.

Радмир Фәрит улының ҡулынан күпме кеше йәшәүгә яңынан юл алған! Йәш хирургтың үҙенә ҡарата талапсанлығы, белемен камиллаштырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләүе, уны халыҡтың яратҡан табиптарының береһенә әүерелдергәндер. Ҡасандыр район һабантуйында фажиғәле хәл булып, беҙ ошо егетте юғалта яҙыуыбыҙҙы хәтерләп, тертләп китәм. Ашығыс рәүештә Өфө дауаханаһына оҙатылып, ҡотҡарып ҡалынған малай, бәлки, нәҡ шул саҡта үҙен медицинаға бағышларға уйлағандыр. Сөнки үҙең табиптар ҡөҙрәте менән яҡты донъяла тороп ҡалған саҡта ғына, был һөнәрҙең бөйөклөгөн һәм изгелеген аңлайһың.

Хәйер, бала саҡтан медицина тормошоноң эсендә ҡайнап йәшәй Радмир. Әсәһе, киң билдәле атҡаҙанған табип, оҙайлы йылдар инфекция бүлеген уңышлы етәкләгән Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы халыҡ һаулығын хәстәрләп, балаларында ла был һөнәргә һөйөү уятҡан. Апаһы Эльвира Фәрит ҡыҙы ла медицина юлын һайлап, әлеге көндә үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибының акушер-гинекология ярҙамы һәм балалыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләй. Шаулы һәм уҡыу яғынан бик көсөргәнешле йылдарҙа туғандар бер-береһенә ныҡлы терәк-таяныс булып белем ала.

Радмир Латыпов табип һөнәренең бар нескәлектәренә өйрәнергә ынтыла. Шуға күрә Башҡорт дәүләт университетының 4-се курсында уҡығанда уҡ республика балалар дауаханаһының урология бүлегенә медбрат булып эшкә урынлаша. Кескәй пациенттарына йомшаҡ ҡуллы, укол һалғанда бер ҙә ауырттырмаған ағайҙары бик тә оҡшай. Радмир бер юлы Өфө дарыуханаһында ла эшләп өлгөрә. Әйткәндәй, уҡыуҙа ла ул тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Педиатрия факультетын уңышлы тамамлағандан һуң, Радмир Латыпов Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ординатураға уҡырға инә. Ошо уҡ мәлдә ҡаланың 8-се дауаханаһында хирург булып эшләй. Республика клиник дауаханаһында иртәнге сәғәттәрҙә Башҡортостандың билдәле хирургтары менән бергә операциялар эшләй, уларҙан барыһына ла өйрәнә. Шул ваҡытта йәш табип бауырға, аяҡ-ҡулдарҙы ампутациялау, быуындарҙы алмаштырыу һ.б. күп операциялар яһай. Радмир Фәрит улы бер ҡасан да, бер ниндәй операциянан да баш тартмай һәм уны дөрөҫ эшләүгә бар көс-белемен һала. Артабан ул Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына эшкә ҡайта. Хирургия бүлегендә эшләй һәм поликлиникала ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Артабан ул эндоскопия хирургияһы врачына уҡый. Был тармаҡты үҙләштергәндән һуң, Радмир Фәрит улы лапароскопия операцияларын эшләй башлай. Шулай уҡ ул гинекологтар менән бергә гинекология йүнәлешендәге операцияларҙы ла уңышлы яһай. Ҡатмарлы һәм планға ярашлы операцияларҙан бушаған арала Радмир Латыпов медицина йүнәлешендәге вебинар, онлайн курстарҙа, конференцияларҙа ҡатнаша, тәжрибәле ғалимдарҙың фәнни эштәрен өйрәнә.

Радмир Фәрит улының тормош юлдашы ла табип, Баймаҡ яҡтарын үҙ иткән килен ул. Кескәйҙәрҙе яратып дауалаған Чулпан Айҙар ҡыҙы уларҙың үҙ педиатрына әүерелеп өлгөргән. Әлеге көндә ул балалар консультацияһы мөдире булып уңышлы эшләй.

Табиптар ғаиләһендә яратып бағылған өс йәшлек Камил үҫә. Ата-әсәһенең тормош рәүешенә ҡарап, ул да табип булырға хыялланып үҫер, тигән уйҙамын. Сөнки Латыповтар күпме генә эштәрен өйгә “алып ҡайтмаҫҡа” тырышһа ла, уларҙың һөйләшеүҙәре табиптар кәңәшмәһенә әүерелеп китә. Бер-береһе менән кәңәшләшеп, бер һүҙле булып, татыу йәшәгәнгә лә, йәштәрҙең эштәре һәр саҡ уңдыр.

Радмир Фәрит улы тураһында ауырыуҙар “ҡулдары алтын уның”, тиҙәр. Ысынлап та, хирургия йүнәлешендә генә түгел, ә көндәлек тормошонда ла уңған ул. Радмир Латыпов бәләкәй сағынан бик матур итеп һүрәт төшөрә, төрлө сувенирҙар эшләй. Ә иң яратҡан шөғөлө – иҫке запчастәрҙән яңы велосипед йыйыу. Әле ул тормош юлдашын, атаһын велосипедлы итеп һөйөндөрөп тә өлгөргән, үҙенә лә эшләгән. Иң һоҡландырғаны – был велосипедтарҙың иҫке-моҫҡонан йыйылып эшләнгәне беленмәй ҙә! Улар барыһы ла яҡшы, матур сифатта һәм бик шәп йөрөүе менән айырыла. Яңы велосипедтарың ары торһон!

...Радмир Фәрит улы иртәнге обходҡа килеп ингәндә, палата шунда уҡ яҡтырып киткәндәй тойола. Ә инде ул яныңа ултырып, йомшаҡ ҡына итеп ҡулдарыңа ҡағылһа, тороп йүгереп китерҙәй булаһың. Аҙ һүҙле, үтә етди лә, бик мөләйем дә ҡарашлы был хирург үҙенән иҫ киткес арбағыс нурҙар таратҡандай. Тәүлек әйләнәһенә һаулыҡ һағында торған, кешеләрҙе әжәлдең ҡулынан йолҡоп алып, уларға яңынан йән өргән Радмир Фәрит улына оло рәхмәт һүҙҙәрен һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғүмер юлығыҙҙа тик яҡшы кешеләр осраһын, ә хеҙмәт юлығыҙ иң юғары баҫҡыстарға үрләһен!

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас