+24 °С
Ямғыр


Терһәге ҡапыл һыҙлаған йәки туҡтауһыҙ әрнегән кешеләр күп. Кемдер көн боҙолоуына, бәғзеләр һөйәктәренә зарлана. Ошондай саҡта ярҙамға килә лә инде был ысул.
5 аш ҡалағы ваҡланған лавр япрағына 50 мл камфара майын ҡойоп, бер аҙна ҡараңғыла тотабыҙ. Ошоно марляға һеңдереп, ауыртҡан терһәктәрҙә компресс итеп тотабыҙ. Йәки уның менән һыҙлаған терһәктәрҙе көн һайын ыуабыҙ. Терһәктәрҙең һыҙлауын тиҙ баҫа. Һыҙлаған-ауыртҡан тубыҡтарға ла килешә.
Һау-сәләмәт булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.