Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Февраль 2023, 03:27

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре...

"Зарница" уйнаны.

Ошо ял көндәре Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре "Зарница" уйнаны. Ярыш өс команда араһында барҙы. Тәүгеһендә автоматты һүтеп, кире йыйып, артабан төрлө ҡаршылыҡтар аша үттеләр. Һуңынан уларға граната ташлап, пневматик мылтыҡтан атыу бурысы ҡуйылды. Һәр команда шулай мәргәнлектә көс һынаны. Һуңынан медицина хеҙмәткәрҙәре бергәләп төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, файҙалы ла, матур ҙа ял иттеләр.

Спорт байрамы һуңында сарала ҡатнашыусылар тәмле бутҡа, эҫе сәй менән һыйланды. 

Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре...
Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас