Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Февраля 2023, 09:20

Тынысландырыусы коктейль

Һәр саҡ түбән булған давление берсә күтәрелә, берсә төшә башланы, йөрәк ҡаға, йоҡлап булмай. Ошо коктейлдың рецебын табыу ғына ярҙам итте...

Тынысландырыусы коктейльТынысландырыусы коктейль
Тынысландырыусы коктейль

Илле йәшкә тиклем минең давлением һәр саҡ түбән булды. Иллене үткәс давление берсә күтәрелә, берсә төшә башланы. Йөрәк ҡаға, йоҡо бөттө. 

Бер һаулыҡ журналында тынысландырыусы коктейль тураһында уҡыным. Минең хәлгә тура килә ине. Һынап ҡарарға булдым. 

Шулай итеп, аптекала һатылған валериана, пустырник, боярышник, корвалол настойкаларын бергә ҡушырға кәрәк. Ошо коктейлды көнөнә ике мәртәбә ашағанға тиклем 20 тамсы эсергә кәрәк. Тиҙҙән давление нормаға килде. Хәҙер уны давление һикерә башлаһа ғына эсәм. Һау-сәләмәт булығыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас