Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Февраля 2023, 08:00

Эсәкте нисек еңел таҙартырға?

Быны һөҙөмтәле, ауыртыныуһыҙ һәм иң мөһиме - башҡа ағзаларға зарар килтермәҫлек итеп башҡарырға мөмкинБыл маҡсатҡа һыналған рецепт бар. Уның өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй - кефир һәм ҡарабойҙай ярмаһы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Эсәкте нисек еңел таҙартырға?
Быны һөҙөмтәле, ауыртыныуһыҙ һәм иң мөһиме - башҡа ағзаларға зарар килтермәҫлек итеп башҡарырға мөмкин
Был маҡсатҡа һыналған рецепт бар. Уның өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй - кефир һәм ҡарабойҙай ярмаһы. Был ике аҙыҡ дөрөҫ яраҡлаштырылып ҡулланылғанда, бик шәп таҙартыу сараһына әйләнә: эсәктәрҙе, ҡан тамырҙарын таҙарта, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын көйләй, ҡандағы шәкәр күләмен кәметә. Өҫтәүенә артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн дә һөҙөмтәле сара һанала.

Шифалы эсемлекте кис ятыр алдынан әҙерләйбеҙ. Тәүҙә ҡәһүә онтағыста бер ҡалаҡ ҡарабойҙайҙы онға әйләндерәбеҙ. Уны бер стакан кефирға бутап һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртән ашарҙан ярты сәғәт алдан эсәбеҙ. Дауаланыу ваҡыты - 14 көн.

Ҡарабойҙай ярмаһын бөтөн килеш бутап та яһарға мөмкин. Алты ҡалаҡ ярмаға 200 мл кефир ҡойоп һигеҙ сәғәт һыуытҡыста тоторға кәрәк. Бүлмә йылыһында торһа, ярма тәмһеҙәйә. Кефирҙа бүрттерелгән ҡарабойҙайҙы әҙләп иртәнге аштан ярты сәғәт алдан ҡулланырға.
Сығанаҡ: https://vk.com/public121961140?z=photo-121961140_457244578%2Falbum-121961140_00%2Frev
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: dyPGept64hk
 
 
 
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас