Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
1 Февраль 2023, 09:05

Еңеүсегә - 500 мең һум!

Конкурсанттарҙы коллективтар тәҡдим итергә, шулай уҡ үҙ-үҙеңде күрһәтергә мөмкин...

Еңеүсегә - 500 мең һум!Еңеүсегә - 500 мең һум!
Еңеүсегә - 500 мең һум!

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөтә Рәсәй табиптар конкурсы, урта медицина һәм фармацевтика белеменә эйә булған иң яҡшы белгескә конкурс иғлан итте. Сара Һаулыҡ һаҡлау министрлығының электрон ресурстары ярҙамында үткәрелә.

Конкурсанттарҙы коллективтар тәҡдим итергә, шулай уҡ үҙ-үҙеңде күрһәтергә мөмкин.

Табиптар конкурсында еңеүселәргә аҡсалата премия тапшырыла. Беренсе урын — 500 мең, икенсе урын — 300 мең, өсөнсө урын — 200 мең һум.

Икенсе конкурс еңеүселәренә: беренсе урын — 250 мең, икенсе урын — 150 мең, өсөнсө урын — 100 мең һум.

Конкурс йәй көнө тамамлана. Һөҙөмтәләр тураһында мәғлүмәт Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтына урынлаштырыла. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас