+24 °С
Ямғыр


Көнсығышта йыш ҡулланылған был ҡатнашманы йәшлек эликсиры тип атайҙар. Уны эшләр өсөн 100 г лимон һуты, 200 г бал һәм 50 г зәйтүн майы кәрәк. Бөтәһен дә бергә ҡушып болғатҡас, быяла һауытҡа һалып һалҡынса ҡараңғы урында һаҡлар кәрәк.
Һәр көн иртән ас ҡарынға 1 сәй ҡалағын эсергә. Кәмендә бер ай туҡтамай эсәбеҙ.
Был эликсырҙы көн дә ҡулланған осраҡта бит тиреһе тигеҙләнер, уның төҫө матурланыр. Эс ҡатыу тураһында оноторһоғоҙ. Шулай уҡ склерозды иҫкәртеүҙә лә был эликсир ярҙам итер.
Һау-сәләмәт һәм матур булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.