Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Ғинуар 2023, 15:10

Фажиғәләр булмаһын өсөн

27 – 31 ғинуарҙа район-ҡала буйынса “Йәйәүле” профилактик операцияһы башланды. Был хаҡта Баймаҡ ЮХХДИ-һының өлкән дәүләт инспекторы Заһир Байбулов һөйләне...

Фажиғәләр булмаһын өсөн
Фажиғәләр булмаһын өсөн

ЮХХДИ иҫкәртә

27 – 31 ғинуарҙа район-ҡала буйынса “Йәйәүле” профилактик операцияһы башланды. Был хаҡта Баймаҡ ЮХХДИ-һының өлкән дәүләт инспекторы Заһир Байбулов һөйләне:

- Юлдар хәүефһеҙ булһын һәм кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн Баймаҡ ЮХХДИ-һы төрлө профилактик сараларҙы даими үткәрә. Улар буйынса тейешле һығымта яһала, ниндәй проблемаларға иғтибар бирергә кәрәклеге билдәләнә.

Йәйәүле” профилактик операцияһының маҡсаты – водителдәрҙең иғтибарын йәйәүлеләр үткәүелдәренә йүнәлтеү. Сөнки руль артындағылар араһында был йүнәлештәге мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәмәүселәр бар. Шул уҡ ваҡытта операция барышында йәйәүлеләрҙең тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәүе лә тикшерәләсәк. Сөнки кешеләрҙең светофорҙың ҡыҙыл утына йүгереп сығыуы йәки юлды хәүефле урындан үтергә маташыуы ла күҙәтелә. Ә был ҡурҡыныс фажиғәләргә килтереүе бар. Шулай уҡ ата-әсәләргә кескәй балаларын юл аша мотлаҡ етәкләп үткәреүҙәрен һорар инем. Үҙегеҙ ҙә кескәйҙәргә үрнәк булығыҙ. Бер ҡасан да тыйылған урындан йә светофорҙың ҡыҙыл утына юлды үтмәгеҙ! Водителдең машинаһын туҡтатып өлгөрмәүе бар. Шулай уҡ балаларығыҙҙың һәм үҙегеҙҙең кейемегеҙгә, сумка-рюкзактарға мотлаҡ ут ҡайтартҡыстар ҡуйығыҙ. Был ҡараңғы мәлдә водителдәргә һеҙҙе алдан күрергә мөмкинселек бирер. Юғиһә иртәнге һәм киске мәлдә юл ситендә китеп барған йәйәүлеләрҙе яндарына барып еткәс кенә күрәһең. Ә был өҫтәмә хәүеф булдыра.

Руль артындағыларға мөрәжәғәт итеп шуны әйтке килә: көндәрҙең берсә һыуытып, берсә йылытып тороуы юлды бик тайғаҡ итте. Колеялар һалыныуы ла транспорт хәрәкәтен хәүефле итә. Шуға күрә тиҙлек режимын мотлаҡ күҙәтегеҙ! Айырыуса йәйәүлеләр үткәүеле, кешеләр күп йөрөгән урындарҙа иғтибарлы булығыҙ. Балаларҙың юл буйында уйнауын, ҡапыл машинағыҙ ҡаршыһына йүгереп сығыуҙары ихтимал икәнлеген бер ҡасан да онотмағыҙ.

Былтыр район-ҡала буйынса йәйәүлеләр ҡатнашлығында 10 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлде. Унда 4 кеше һәләк булды, етәүһе төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алды. Ябай юл ҡағиҙәләрен күҙәтеү был фажиғәләрҙән һаҡлап ҡала алыр ине.

Хөрмәтле район-ҡала халҡы! Руль артында ла, йәйәү сыҡҡанда ла һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ. Был һеҙҙе юл фажиғәләренән һаҡлап ҡаласаҡ.

Гүзәл САЛИХОВА яҙып алды.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: