Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Ғинуар 2023, 14:30

Донорҙарға - 5 мең һум

Башҡортостанда йөҙ тапҡырҙан ашыу бушлай ҡан тапшырған донорҙарға йыл һайын биш мең һум аҡса түләнә башлай...

Донорҙарға - 5 мең һум
Донорҙарға - 5 мең һум

Башҡортостанда йөҙ тапҡырҙан ашыу бушлай ҡан тапшырған донорҙарға йыл һайын биш мең һум аҡса түләнә башлай. Закон бөгөн республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында ҡабул ителде.

Бөгөн республикала ҡан банкын даими һәм бушлай тулыландырып торған 160-тан ашыу кеше иҫәпләнә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республика ҡаҙнаһынан бер тапҡыр бирелә торған түләүгә 815 мең һум аҡса йүнәлтелә.

«Ҡан доноры булыу – хәйриәлектең бик мөһим төрө. Һәр процедура – кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыу, ҡайһы берҙә бер нисә кешенең. Донорлыҡ һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ. Унан да бигерәк, фән даими ҡан биреүҙең һаулыҡҡа яҡшы тәьҫир итеүен раҫлаған», – тип билдәләне парламент спикеры Константин Толкачев.

Башҡортостанда 11 мең кеше Рәсәйҙең почетлы доноры исемен йөрөтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, вирус гепатиты менән сирләмәгән һәм ВИЧ-инфекцияһы буйынса хәүеф төркөмөнә ҡарамаған һәр кем ҡан тапшыра ала.

Почетлы донор булыу өсөн ҡырҡ тапҡыр ҡан йәки 60 тапҡыр плазма бирергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: