Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Ғинуар 2023, 15:15

Кеше ғүмере ни хаҡ?

райондың бер ауылына “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡандар ине. Ауыр хәлдәге пациентҡа китеп барғанда, клуб тәңгәлендә бер ир ҡаршы сығып, юлды ҡаплай. Улай ғына ла түгел, йоҙроҡтары менән машинаның алғы тәҙрәһенә һуға башлай. Водитель сығып, уға юл биреүен талап итә. Ләкин теге ир иҫерек була һәм нимә эшләгәнен дә аңларлыҡ хәлдә булмай, буғай. Беҙҙең водителде ергә йығып һалып, туҡмай башлай. Шуныһы ғәжәп, был хәлде ситтән ҡарап, күҙәтеп тороусылар күп була. Ләкин береһе лә ярҙамға ашыҡмай...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ районында йыл башынан “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә бәйле бер нисә хәл-ваҡиға теркәлгән. Минуттар түгел, секундтар һанаулы булған ваҡытта уларҙың юлын ҡыйыусыларҙың ҡылығын бер нисек тә аңлатып булмай. Ни өсөн сирена ҡысҡыртып, сигнал уттарын яғып килгән “Ашығыс ярҙам” машинаһына юл бирмәйҙәр? Ярҙам саҡыртып та ни өсөн уларға ҡаршы ташланалар? Кемдеңдер яҡыны ғүмер менән көрәшкәндә, бәғзеләрҙең аяҡ салыуын нисек аңлатырға? Ошо һәм башҡа бихисап һорауҙарға яуап алыр өсөн Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең өлкән фельдшеры Гөлфиә Байморатоваға мөрәжәғәт иттек.

- Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы, һуңғы көндәрҙә “Ашығыс ярҙам” бригадаһына ҡаршы көс ҡулланыу факттары теркәлгән. Ни өсөн улай килеп сыҡты?

- “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр тураһында быға ҡәҙәр интернет селтәрҙәре аша ишетеп кенә белә инек. Беҙҙә лә ундай хәлдәр ҡабатланыр, тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башынан шундай өс хәл-ваҡиға теркәлде. Тәүгеһендә райондың бер ауылына “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡандар ине. Ауыр хәлдәге пациентҡа китеп барғанда, клуб тәңгәлендә бер ир ҡаршы сығып, юлды ҡаплай. Улай ғына ла түгел, йоҙроҡтары менән машинаның алғы тәҙрәһенә һуға башлай. Водитель сығып, уға юл биреүен талап итә. Ләкин теге ир иҫерек була һәм нимә эшләгәнен дә аңларлыҡ хәлдә булмай, буғай. Беҙҙең водителде ергә йығып һалып, туҡмай башлай. Шуныһы ғәжәп, был хәлде ситтән ҡарап, күҙәтеп тороусылар күп була. Ләкин береһе лә ярҙамға ашыҡмай. Аптырауға ҡалған фельдшер, үҙ ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, машинан төшөп, уларҙы аралай башлай. Бары тик шунда ғына бер нисә кеше килеп, теге иҫеректе ситкә алып китә. Һөҙөмтәлә ауырыуға тиҙерәк медицина ярҙамы күрһәтелергә тейешле ҡәҙерле минуттар юғалтыла. Шулай уҡ водителдең йөҙө йыртылып, ҡанға туҙа, төрлө тән йәрәхәттәре ала.

- Ә икенсеһендә ниндәй хәл-ваҡиғаға тарынығыҙ?

- Уныһында беҙҙең бригада ҡаланың Ленин урамына саҡырыуға юлланған ине. Ләкин Стаханов урамы тәңгәлендә пистолетҡа оҡшаған ҡорал менән янаған бер ир машинала уларҙы баҫтыра башлай. Адресатҡа барып еткәнсе юл бирмәй, юғары хәүеф тыуҙыра. Фельдшер ҡурҡыуға ҡарамаҫтан, машинанан төшөп, ауырыу эргәһенә инеп китә. Ә водитель янаусыға ҡаршы бара. Һөҙөмтәлә полиция саҡырырға тура килде. Бында ла кеше ғүмере менән уйнау булды, тип аңларға кәрәк.

- Юл хәрәкәте ҡағиҙәһе буйынса сирена биреп, сигнал уттары яғып килгән тиҙ ярҙам машиналарына водитель дә, йәйәүле лә, һис шикһеҙ, юл бирергә тейеш бит...

- Әлбиттә. Тиҙ ярҙам машиналары бындай осраҡта светофорҙың ҡыҙыл утына ла туҡтамай үтеп китергә хоҡуҡлы. Ләкин ҡайһы ваҡыт был ҡағиҙәне күҙәтмәүселәр бар. Күптән түгел ҡаланың Салауат Юлаев проспекты менән Юбилей урамы киҫешкән ерҙә юл-транспорт ваҡиғаһы булды. Сигнал биреп, сирена ҡысҡыртып килгән “Ашығыс ярҙам” еңел автомобиль менән бәрелеште. Ә беҙҙең машинала комаға киткән пациент бар ине. Уны кисекмәҫтән дауаханаға алып барып өлгөртөргә кәрәк булғанлыҡтан, икенсе “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртырға тура килде. Был хәл-ваҡиға менән бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә.

- Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы, һеҙгә кешеләр генә түгел, эттәр ҙә ҙур хәүеф тыуҙыра...

- Урамдағы эттәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Берәҙәктәрҙән тыш кешеләрҙең хужалығында көткәндәрен дә бәйһеҙ тотоуы ғәжәпләндерә. Уларҙың үҙ хужаларына теймәһә лә, ситтәргә ташланыу ихтималлығы барлығын ни өсөндөр онотоп ебәрәләр. Тағы ла бөгөн күптәр фатирында, өйөндә эт көтә. Беҙгә мәшәҡәтләмәһендәр өсөн уларҙы ваҡытлыса икенсе бүлмәгә бикләп тороуҙарын һораһаҡ та, “Тешләшмәй бит ул...” тип шуларҙы алып, иркәләтеп, һөйә башлайҙар. Шуның менән беҙгә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәрен һәм сумаҙанда стерилле медицина препараттары ятыуын улар аңлап бөтмәйҙәр йәки теләмәйҙәр. Шундай уҡ хәл бәләкәй балалар менән дә осрай. Беҙ башҡа ғаилә ағзаһына медицина ярҙамы күрһәткән осраҡта, улар килеп беҙҙең сумаҙанда соҡона башлай. Ә унда ҡырҡҡан, сәнскән ҡорамалдар ҙа бар. Был хаҡта улар уйламай.

- Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре саҡырыуға килгәс, өйгә аяҡ кейемдәрен сисеп үтергә тейешме?

- Ысынлап та, был тәңгәлдә күп бәхәс сыға. Кемдер уға әһәмиәт бирмәй, ә кемдер, мотлаҡ аяҡ кейемен сисеп үтеүҙе талап итә. Шулай уҡ бахила тәҡдим итәләр, ҡайһылар полиэтилен һуҙа. Беҙ баҫып үтәсәк ергә гәзит тә түшәп ҡуялар. Был һорауға яуап РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 14-3/3085226-7882 күрһәтмәһендә асыҡ күрһәтелгән - “Ашығыс ярҙам” да халыҡҡа кисекмәҫтән ярҙам күрһәтеүсе хеҙмәт. Шуның менән фельдшерҙар өйгә, фатирға ингәндә аяҡ кейемен сисергә тейеш түгел. Ҡайһы ваҡыт ғүмере ҡыл өҫтөндә торған кеше өсөн минут түгел, 15 секунд та үтә ҡәҙерле. Икенсенән, бахиланы кейеп, ҡабаланып йөрөгәндә, уны сисергә онотҡан саҡтар ҙа була. Иҙәнгә түшәлгән ламинат, линолеум да тайҙыра. Бәлки, унда һыу түгелгәндер? Беләһегеҙ, ул да тайҙырта. Күптән түгел Өфөлә бер фельдшер шул сәбәпле тайып ҡолап, умыртҡа һөйәген һындырҙы. Уның нормативта ҡаралған тәртиптәрҙе күҙәтмәгән, тип белдерҙеләр. Шуның өсөн дә хәтерегеҙҙә тотоғоҙ - “Ашығыс ярҙам” ул – ашығыс ярҙам! Һәм беҙҙең хеҙмәткәрҙәр өйҙә ауырыу янына аяҡ кейемен сисеп үтергә тейеш түгел. Бындай ваҡытта һорар инем: һеҙгә яҡындарығыҙҙың һаулығы ҡәҙерлерәкме, әллә иҙәнме? Шуны уйлағыҙ.

- Хужалыҡ адресаттары буйынса ниндәй проблемалар борсой?

- “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә үҙгәртеп ҡороуҙар булып үткәндән һуң беҙҙе Сибай ҡалаһындағы менән берләштерҙеләр. Шунлыҡтан күптәр “Ашығыс ярҙам”ды Сибай ҡалаһынан килә тип уйлай. Был дөрөҫ түгел. Беҙ элеккесә үк Баймаҡ ҡалаһында ҡалғанбыҙ. Ләкин берҙәм диспетчер хеҙмәте Сибай ҡалаһында урынлашҡан. Баймаҡ районы буйынса саҡырыуҙарҙы улар ҡабул итеп ала һәм беҙгә тапшыра. Уларҙың беҙҙең районды белеп тә бөтмәүҙәре ихтимал. Шуға күрә лә “Ашығыс ярҙам” саҡырғанда адресығыҙҙы дөрөҫ һәм аныҡ әйтегеҙ. Тәүҙә Баймаҡ районын атағыҙ. Һуңынан ғына ауылығыҙҙы, урамығыҙҙы һәм өй һанын әйтегеҙ. Үрге Иҙрис, Түбәнге Иҙрис, Үрге Яйыҡбай, Түбәнге Яйыҡбай, Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол ауылдары менән дә буталсыҡ килеп сыға. Ауылығыҙҙың рәсми исемен әйтегеҙ. Юғиһә, ҡайһылар халыҡ телендә йөрөгән ауыл атамаһын әйтеп, ҡәҙерле минуттарҙы юғалта. Әпек түгел – Бәхтигәрәй, Йүкә түгел – Ишмырҙа, Нуғай түгел – Яйыҡбай һәм башҡалар. Шулай уҡ әлеге ваҡытта районда Комсомол ауылы берәү генә. Ҡалғандары күптән инде Сәйғәфәр, Күгиҙел тип рәсмиләштерелгән.

- Һеҙҙе тағы ла ниндәй проблема борсой?

- Ҡайҙа ғына саҡырыу булһа ла беҙҙе ҡаршы алыуҙарын һорар инек. Ауылдарға барып та өйҙөң урамын, йортон таба алмай, ҡәҙерле минуттарҙы юғалтҡан осраҡтар була. Ҡайһы ваҡыт урамда һорарға кеше лә булмай. Бигерәк тә төнөн шундай проблема ҙур. Фонарь яғып, сигнал биреп торһалар ҙа аңлар инек. Ә инде күп ҡатлы йорттарҙа кодлы ишектәр аша үтеп инеү үҙе бер бәлә. Ҡайһы ваҡыт 5-10 минут ишек төбөндә тапанып торорға тура килә. Мең бәлә менән кәрәкле фатирға үтеп, ниңә ҡаршы алмайһығыҙ, тигән һорауға улар: “Беҙҙең домофон эшләмәй шул, бишенсе фатирға баҫһағыҙ, асырҙар ине”, - тиҙәр. Ә беҙ уны беләбеҙме? Юҡ, әлбиттә.

- Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы, ә нимә ул - “Ашығыс ярҙам” һәм “Тиҙ ярҙам”? Айырмаһы нимәлә?

- Бына тап ошонда халыҡ бутала ла инде. Беҙҙең хеҙмәт - “Ашығыс ярҙам”, кисекмәҫтән медицина ярҙамы талап ителгән осраҡта саҡырталар. Әйтәйек, юл-транспорт ваҡиғаһы, кеше менән инсульт, инфаркт булһа, шулай уҡ балалар менән бәйле проблема килеп тыуһа, беҙ барабыҙ. Ә “Тиҙ ярҙам” Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына ҡарай. Улар өсөн регламент - ике сәғәт ҡуйылған. Йәғни, ауырыған кешегә ошо ваҡыт эсендә барып ҡарайҙар. Ә беҙҙең хеҙмәт ҡала эсендә саҡырыу булһа 20 минутта барып етергә тейеш. Шулай уҡ беҙҙең кейемдәрҙә, сумаҙанда, машинала “Ашығыс ярҙам” тигән логотип бар. Ә “Тиҙ ярҙам”да быларҙың береһе лә юҡ.

- Кадрҙар мәсьәләһе нисек?

- Бында, әлбиттә, ҡыйынлыҡтар бар. Районда ете “Ашығыс ярҙам” бригадаһы эшләй. Шуларҙың дүртәүһе – Баймаҡта һәм берешәр Темәс, Урғаҙа һәм Төркмән ауылдарында урынлашҡан. Штатта 36 кеше ҡаралһа ла әлеге ваҡытта 23 кеше эшләй. Үрҙә һанап киткән ауырлыҡтарға түҙмәй, күптәр китергә мәжбүр була. Былтыр, мәҫәлән, ете кеше эшләп ҡараны ла, баш тартты. Өҫтәүенә, әңгәмә башында әйтеп үткән хәл-ваҡиғаларҙан һуң кемдеңдер килеүенә өмөт аҙ.

Тап шундай проблемалар арҡаһында бөгөн “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡайтмайынса, бер нисә тәүлек эшләргә мәжбүр. Саҡырыуҙар күп. Бөгөн ауырлы ҡатындарҙы Белорет ҡалаһындағы балалар табыу йортона ташыйбыҙ. Йөрәк-ҡан тамырҙары менән ауырығандарҙы Сибайҙағы дауаханаға алып барабыҙ. Ҡайһы ваҡыт Баймаҡта бер генә лә “Ашығыс ярҙам” бригадаһы ҡалмаған саҡтар була. Бынан тыш, киҫкен-вируслы инфекция ҡоторған осорҙа беҙҙең дә хеҙмәткәрҙәр ауырып китә. Сөнки улар даими рәүештә ауырығандар менән бәйләнешкә инә. Шуға күрә лә халыҡтың аңлап ҡабул итеүен һорар инем. “Ун минут элек саҡыртҡайныҡ, ни өсөн һаман килеп етмәйһегеҙ”, - тип Бәхтигәрәйҙән берәү дәғүә белдергәйне. Уйлап ҡараһағыҙ, ун минутта Бәхтигәрәйҙә барып етеү мөмкин түгел. Бындай осраҡта юлдарҙың да торошон иҫәпкә алырға кәрәк.

- Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы, һеҙгә һәм һеҙҙең хеҙмәткәрҙәргә һаулыҡ, түҙемлек, именлек теләйем. Мөмкин тиклем әҙерәк саҡырыуҙар һәм, әлбиттә, яҡшы мөнәсәбәт һеҙгә!

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Кеше ғүмере ни хаҡ?
Кеше ғүмере ни хаҡ?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: