Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Ғинуар 2023, 13:04

Күҙеңә арпа сыҡтымы?

 Күҙгә арпа сыҡһа, ҡапыл ғына юғалып ҡалаһың. Баш ауырта, күҙ шешә, тормоштоң мәғәнәһе юғалғандай була.

Күҙеңә арпа сыҡтымы?
Күҙеңә арпа сыҡтымы?

Әйҙәгеҙ, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, арпанан ҡотолайыҡ. 

Ғәҙәттә арпа сығыуҙың 90 процентында бактериаль инфекция сәбәпсе була. Ә был иммунитеттың түбән булыуына бәйле. 

Арпаны бөтөрөү өсөн календула (пәйғәмбәр тырнағы) төнәтмәһе ярҙамға килә. 

15-20 сәскәне 1 стакан ҡайнар һыу менән бешерәләр, унан ҡапҡасын ябып, 40 минут төнәтәләр. Был төнәтмә менән боҫлама (примочка) йә сайҡатырға мөмкин. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: