Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Ғинуар 2023, 11:33

Ҡолаҡ шаулағанда

Ҡолаҡ шаулауын ғәҙәттә баш ауыртыуы оҙатып бара. Был ике рецептың береһе ярҙамға килер тип ышанабыҙ.   1. Был рецептты австрия табибы Рудольф Бройса ҡулланған. Ҡолаҡ шаулағанда һәм баш ауыртҡанда пихта ағасы ҡайырыһын ҡайнатып эсергә кәңәш ителә.  1 аш ҡалағы пихта ҡайырыһын ваҡлап, 2 стакан эҫе һыуға ҡойоғоҙ. Унан һыу боҫонда 30-40 минут ҡайнатығыҙ. Унан һыуытып, һөҙөгөҙ. Аҙаҡ 2 стаканға тиклем тултырып ҡойоғоҙ. Әҙер төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. Дауаланыу курсы 2-3 аҙна. Аҙаҡ бер аҙ ял итеп алғандан һуң ҡабатларға була.  2. Алма уксусы менән дауаланыу.  1 аш ҡалағы алма уксусына 1 балғалаҡ бал...

Ҡолаҡ шаулағанда
Ҡолаҡ шаулағанда

Ҡолаҡ шаулағанда...

 
Ҡолаҡ шаулауын ғәҙәттә баш ауыртыуы оҙатып бара. Был ике рецептың береһе ярҙамға килер тип ышанабыҙ. 

1. Был рецептты австрия табибы Рудольф Бройса ҡулланған. Ҡолаҡ шаулағанда һәм баш ауыртҡанда пихта ағасы ҡайырыһын ҡайнатып эсергә кәңәш ителә. 

1 аш ҡалағы пихта ҡайырыһын ваҡлап, 2 стакан эҫе һыуға ҡойоғоҙ. Унан һыу боҫонда 30-40 минут ҡайнатығыҙ. Унан һыуытып, һөҙөгөҙ. Аҙаҡ 2 стаканға тиклем тултырып ҡойоғоҙ. Әҙер төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. Дауаланыу курсы 2-3 аҙна. Аҙаҡ бер аҙ ял итеп алғандан һуң ҡабатларға була. 

2. Алма уксусы менән дауаланыу. 

1 аш ҡалағы алма уксусына 1 балғалаҡ бал өҫтәгеҙ. Яҡшылап болғатығыҙ ҙа был ҡатнашманы 3-кә бүлегеҙ. Ашҡа ҡушып эсегеҙ.

3. Аптеканан 100 гр энәлек, арыҫлан ҡойроғо, пион, бесәй үләне (боярышник, пустырник, пион, валериана) төнәтмәләрен алығыҙ. Шулай уҡ 50 гр эвкалипт,  25 гр бөтнөк, 10 гр (1 аш ҡалағы тирәһе) ҡәнәфер (гвоздика) кәрәк була. Быларҙың барыһын бергә быяла һауытҡа ҡойоп, пластмасса ҡапҡас ябығыҙ. Һәм 2 аҙнаға ҡараңғы урынға ултыртып тороғоҙ. Мәле менән һелкетеп тороғоҙ. 2 аҙнанан дауа әҙер була.

Әҙер дауаны былай ҡулланалар: рюмкаға ҡайнап һыуытылған һыу ҡоялар һәм ошонда 25 тамсы дарыу тамыҙалар. Был дауаны ашарҙан 30 минут алда 2-3 тапҡыр эсәләр. 

Һәр ауырыуҙан дауа була. Тик мәлен үткәреп ебәрергә ярамай. Ваҡытында белгескә күренеп, диагностика үтер кәрәк. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептары менән һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: