Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Ғинуар 2023, 08:50

Арҡаң ауыртһа...

Байрам көндәре соланға бер инеп, бер сығып арҡағыҙға һыуыҡ тейҙерҙегеҙме? Арҡа ауырта, йүтәл ҡаҡшатамы? Был еңел генә рецептар арҡа ауыртыуынан ҡотолорға ярҙам итер.  

Арҡаң ауыртһа...Арҡаң ауыртһа...
Арҡаң ауыртһа...
 

Арҡаң ауыртыуы баҫылыр

Лaвp майы

Ваҡ итеп туралған лавр япрағын 1 аш ҡалағы алып, 1 стакан зәйтүн (оливкoе) майына һалабыҙ һәм йылы урында 15 көн төнәтәбеҙ. 

Әҙер майҙы арҡаның ауыртҡан еренә һөртөп, йылы итеп төрөнөп ятырға кәрәк булыр. 

Төнәтмә

1 балғалаҡ онталған лавр япрағын 1,5 стакан ҡайнар һыу менән бешерәбеҙ. Унан термосҡа бушатып, 4 сәғәт төнәтәбеҙ. Аҙаҡ һөҙөп алабыҙ һәм әҙер төнәтмәне 12 сәғәт дауамында әҙ-әҙ йотоп эсеп бөтөргә. Дауаланыу курсы 4 көн. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Эльмира Кейекҡужина. 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас