Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Ғинуар 2023, 15:55

Ҡурҡыу ҙа йөрәкте ашай

Эйе, сөнки кескәй кластан уға был имтиханды тапшыра алыу мөһимлеген, киреһендә, бик насар буласағы тураһында һеңдерелә, ҡурҡытыла. Ә бала, фәнде бик яҡшы белһә лә, ҡурҡышынан барыһын да онотоуы бар. Әйткәндәй, ошо имтихандарҙан ҡурҡып аңын юғалтҡан үҫмерҙәр ҙә була. Сөнки ҡурҡыу йөрәккә бирә, мейегә кислород килеү ҡырҡа кәмей һәм һөҙөмтә – бала ҡолай йәки шул хәлгә яҡын була...

Ҡурҡыу ҙа йөрәкте ашай
Ҡурҡыу ҙа йөрәкте ашай

Көн ҡаҙағында

Ҡурҡыу ҙа йөрәкте ашай

Баланың һаулығы һәр ата-әсә өсөн иң мөһиме. Күп әсәләр: “Балам ауырығансы – үҙем генә ауырыһамсы”,-тип бушҡа теләмәй. Сөнки ғәзиз йәндең яфаланыуын күреү – һәр ата-әсә өсөн иң ҡыйыны. Балалар ниндәй ауырыуҙар менән ауырый? Уларҙы билдәләү һәм иҫкәртеү өсөн нимә эшләргә була? Ошо хаҡта үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибының акушер-гинекология ярҙамы һәм балалыҡ буйынса урынбаҫары Э.Ф. Ғатина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Эльвира Фәрит ҡыҙы, балаларҙың һаулығы һәр саҡ мөһим мәсьәлә булып ҡала. Был йәһәттән ниҙәр борсой? Ата-әсәләргә нимәгә иғтибар бирергә кәрәк?

- Һуңғы йылдарҙа балалар араһында йөрәк ауырыуҙарына дусар булғандарҙың арта барыуы борсоуға һала. Йөҙ баланың берәүһе был хәүефле сир менән ауырый. Ҡайһы бер сабыйҙар тыуғанда уҡ йөрәк сирле булып донъяға килә, ә бәғзеләрендә ул ваҡыт үтә бара беленә. Ата-әсәләр ауырыуҙы ваҡытында билдәләү – уны еңеү өсөн төп шарт икәнлеген аңларға тейеш. Сөнки шул осраҡта ғына баланы ғүмер буйы яфалаясаҡ сирҙән һауыҡтырып була.

- Баланың йөрәге ауыртыуын нисек белергә? Улар һаулығына зарланып бармай бит.

- Йөрәк ауырыуы төрлө йәштә төрлөсә беленә. Шартлы рәүештә ул сабый (тыуғандан ике йәшкә тиклем), мәктәпкә тиклемге – кесе мәктәп йәшенә (2 йәштән 10 йәшкә тиклем) һәм үҫмер төркөмдәренә бүленә.

- Яңы тыуған баланың сирен билдәләүе үтә ҡатмарлылыр?

- Эйе, сабый бала үҙенең ауыртыу-һыҙланыуҙарын тик илау аша ғына еткерә. Кескәйҙәрҙең йөрәге ауыртыуын йөҙө ағарыныуҙан, тоноҡ булыуҙан, имсәк имгәндә тирләүенән, йыш-йыш туҡтап алыуынан (кислород етмәй) белергә була. Шулай уҡ сабый аңын юғалтыуы ла бар. Был да кислород етмәүе, уның мейегә барып етмәүе менән бәйле. Бала яҡшылап үҫешмәй, тән ауырлығы тейешле норманан әҙ була. Башҡа сабыйҙар башын күтәреп, билен тотоп, имгәкләргә маташа башлағанда, йөрәк сирлеләр тиҙ арый, физик әүҙемлеге бөтөнләй булмай.

- Йүгереп-һөйләшә башлағандар үҙҙәренең йөрәк ауыртыуын аңлатып әйтә аламы?

- Балалар баҡсаһына йөрөгән, мәктәпкә барған кескәйҙәр үҙҙәрен нимә борсоғанын аңлатырға тырыша. Шулай уҡ ситтән ҡарағанда ла улар башҡа балаларҙан айырыла. Был ҡыҙҙар һәм малайҙар физик яҡтан әкрен үҫешә, йүгереү, баҫтырыш уйындарынан баш тарта. Сөнки хәлдәре етмәй. Шулай уҡ балалар аңын юғалтып, йығылыуы бар. Кескәйҙәр хәлен тулыһынса аңлата алмаһа ла, улар ғәҙәттә: “Йөрәгем ныҡ тибә, ул миңә ныҡ ишетелә” йәки “Йөрәгем туҡтап ҡалғандай булды”,-тип зарлана. Шулай уҡ йөрәк тирәһе ауыртып, был һыҙланыуҙың һул ҡулға бирелеүе лә ата-әсәләрҙе борсоуға һалырға тейеш.

- Үҫмерҙең йөрәген ауыртыуын нисек билдәләргә була?

- Үҫмерҙең йөрәге ауыртһа, ул үҙ аллы физик күнекмәләрҙән һуң, физкультура дәресе ваҡытында йәки шәп атлап-йүгереп китеп барғанда, аңын юғалтыуы бар. Ғаиләлә ҡапыл ғына вафат булған кешеләр булһа, баланың һаулығына айырыуса ныҡлы иғтибар мөһим. Сөнки йөрәк ауырыуҙарының нәҫелдән килеүе лә билдәле. Үҫмерҙәрҙең тирләүе, хәлһеҙлеге лә уйландырырға тейеш. Күп кенә ата-әсәләр: “Көнө буйы компьютерға текләп ултырғас, ҡайҙан йүгерә алһын?”-тип белдерә. Эйе, хәҙерге балаларҙың, айырыуса үҫмерҙәрҙең күберәк тик ултырыуы уларҙың физик көсөн кәметә. Әммә баланың йөҙө ағарынһа, тоноҡ булһа, аңын юғалтыу осраҡтары күҙәтелһә, башы йыш әйләнһә, йөрәкте мотлаҡ тикшертергә кәрәк. Үҫмер йөрәге ауыртыуға зарланһа, ҡул бармаҡтары, табандары шешенһә, һыҙланыу һул ҡул яғынан китһә, кисектермәй табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

- Баланың йөрәк сирле булыуы ҡасан беленә?

- Күпселек осраҡта әсә ауырлы саҡта уҡ йәки тәүге йылында уҡ беленә. Шуға күрә буласаҡ әсәгә һәр УЗИ-ны мотлаҡ үтергә, ә врач ниндәйҙер күрһәтмәләр бирһә, уларҙы мотлаҡ үтәргә кәрәк. Хәҙер медицина үҫешкәндән – үҫешә бара. Шуға күрә ауырыуҙы ваҡытында билдәләү һәм дауалау, баланың киләсәктә тулы тормош менән йәшәйәсәгенә ныҡлы ышаныс бирә.

- Һеҙ һанап үткән билдәләр балала күҙәтелһә, ата-әсә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейеш?

- Атап үтелгән билдәләрҙең берәүһе генә булһа ла, баланы участка педиатрына күрһәтеү мотлаҡ. Артабан тейешле анализдар, ЭКГ, УЗИ кеүек тикшеренеүҙәр тәғәйенләнә. Иң мөһиме – ваҡытты һуҙмаҫҡа.

- Эльвира Фәрит ҡыҙы, ә ҡурҡыу тойғоһо балаға нисек тәьҫир итә?

- Йыш ҡурҡҡан баланың да йөрәк сиренә һабышыуы бар. Шуға күрә ата-әсә кескәйҙәр янында ыҙғыш сығарырға, уны ҡурҡытырға тейеш түгел. Кескәйҙәр йыш ҡына ҡараңғынан йәки ниндәйҙер йәнлектән, бөжәктән, “карауат аҫтындағы монстрҙан” ҡурҡа. Шундай саҡта ата-әсә нимә эшләй? “Етте, һин инде ҙур!”-тип әрләй йәки баланан көлә. Бынан кескәйҙең ҡурҡыуы бер ҡайҙа ла китмәй, әммә ата-әсәһенә әйтмәй генә йәшенеп илауын дауам итә. Тимәк, ул проблемаһы менән япа-яңғыҙы тороп ҡала.

- Бындай осраҡта нимә эшләргә һуң?

- Баланы ҡосаҡларға, йыуатырға, бергәләшеп “монстрҙы” карауат аҫтына инеп ҡарарға, ҡыуырға. Әгәр кескәйҙең ҡурҡыуҙары үтмәһә, психологҡа мөрәжәғәт итергә. Балала ул тойғо бит юҡтан барлыҡҡа килмәгән. Бәлки, ул ҡурҡыныс фильм күргәндер, бәлки, кемдер уны тертләткәндер... Ҡурҡыу ҙа баланың йөрәген ашағанын оноторға ярамай.

- Үҫмерҙәр “огэ”, “егэ”ларҙан ныҡ ҡурҡа...

- Эйе, сөнки кескәй кластан уға был имтиханды тапшыра алыу мөһимлеген, киреһендә, бик насар буласағы тураһында һеңдерелә, ҡурҡытыла. Ә бала, фәнде бик яҡшы белһә лә, ҡурҡышынан барыһын да онотоуы бар. Әйткәндәй, ошо имтихандарҙан ҡурҡып аңын юғалтҡан үҫмерҙәр ҙә була. Сөнки ҡурҡыу йөрәккә бирә, мейегә кислород килеү ҡырҡа кәмей һәм һөҙөмтә – бала ҡолай йәки шул хәлгә яҡын була. Шундай хәлдәге бала бар белгәнен дә онота. Өҫтәүенә, йөрәгенә ауыр көсөргәнеш ята. Һап-һау булып тыуып, үҫмер осорона килеп еткән бала йөрәген ҡаҡшатып, ауырыуға һабышыуы бар. Тимәк, ата-әсә балаһын ҡосағына алып (үҙенән аша ҡарап торһа ла), имтихандарҙы теләгән баһаға тапшыра алмауҙан тормош бөтмәүен аңлатырға тейеш.

- Шулай итеп, баланың ниндәй мөхиттә үҫеүе, ата-әсәнең уға терәк-таяныс була белеүе лә йөрәккә тәьҫир итә?

- Әлбиттә. Баланы һәр ел-ямғырҙан һаҡлап булмаһа ла, уның тыныслығын, дөрөҫ туҡланыуын, ял итеүен, саф һауала йөрөүен ата-әсә тәьмин итергә тейеш. Балаларығыҙҙың һаулығын кескәйҙән хәстәрләгеҙ, уларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Гүзәл Салихова әңгәмәһе.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: