Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Ғинуар 2023, 17:55

Артриттан йәнә бер нисә рецепт

Ниндәй генә ауырыуҙы алып ҡарама, береһен дә был еңел ауырыу, тип әйтеп булмай. Тик айырма шунда - кемдер ауыртыуҙы һәм һыҙланыуҙы сабыр үткәрә, ә бәғзеләр ҡысҡырып, зарланып тышҡа сығара.  Быуындар менән менән бәйле сирҙәр араһында артрит тигәне лә бар. Был мәкерле ауырыу һыҙланыуҙар менән бергә килә. Ныҡ ауыртҡан саҡта ошо рецепттарҙы ҡулланып ҡарағыҙ. 1. 50 гр кипкән бысағүлән (ҡылысъяпраҡ,

Артриттан йәнә бер нисә рецепт
Артриттан йәнә бер нисә рецепт

Артриттан йәнә бер нисә рецепт  Ниндәй генә ауырыуҙы алып ҡарама, береһен дә был еңел ауырыу, тип әйтеп булмай. Тик айырма шунда - кемдер ауыртыуҙы һәм һыҙланыуҙы сабыр үткәрә, ә бәғзеләр ҡысҡырып, зарланып тышҡа сығара.  Быуындар менән менән бәйле сирҙәр араһында артрит тигәне лә бар. Был мәкерле ауырыу һыҙланыуҙар менән бергә килә. Ныҡ ауыртҡан саҡта ошо рецепттарҙы ҡулланып ҡарағыҙ. 1. 50 гр кипкән бысағүлән (ҡылысъяпраҡ, сабельник) тамыры менән 25 гр күбәлә үләнен (калган) һауытҡа һалып, өҫтөнә 0,7 литр араҡы ҡойоғоҙ. 3 аҙна төнәтегеҙ. Унан көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда эсегеҙ.  2. Торманы (редька) ҡырғыстан үткәреп, һыҙлаған быуынға 20 минут дауамында компресс кеүек итеп һалығыҙ.  3. Картуфты әрсеп ҡырғыстан үткәрегеҙ. Һыу парында 37 градусҡа тиклем йылытып, туҡыма моҡсайға һалып, һыҙлаған быуынға ҡаплағыҙ. Өҫтөнән йәнә туҡыма менән ҡаплап тороғоҙ.  4. Алоэ гөлөн иҙеп, 2 өлөш бал ҡушып болғатығыҙ. Ошо майҙы һыҙлаған быуынығыҙға һөртөгөҙ ҙә 40 минуттан һуң йыуып төшөрөгөҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!  Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ, мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: