Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Декабрь 2022, 19:00

Уныһына сусҡа киҙеүе лә өҫтәлде

Декабрь-ғинуарҙа ҡарағай ботаҡтарында С витамины күпләп йыйыла икән. Тимәк, уны ла ҡайнатып эсәбеҙ. - балыҡ ашарға! Йәки балыҡ майы һатып алып эсергә лә кәрәк...

Уныһына сусҡа киҙеүе лә өҫтәлде
Уныһына сусҡа киҙеүе лә өҫтәлде

Тажлы үләт беҙҙең менән 2024 йылға тиклем буласаҡ”,-тип хәбәр итәләр Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан. Уныһына хәҙер сусҡа киҙеүе лә өҫтәлде. Ҡайһыныһы - нимә, ҡайһыныһы ҡурҡынысыраҡ икәненн әйтеп тә булмай. Сөнки кешеләр күпләп ауырый. Табиптар нимә кәңәш итә һуң? Шулай итеп, уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Беренсе кәңәштәре үк йыға һуға яҙҙҙы. “Тере ҡалырға теләһәгеҙ – ауырыуҙы профилактикалау менән шөғөлләнегеҙ!”-ти аҡ халаттағы беҙ өмөт бағлаған табиптар. Уныһы нисек була икән? Артабан киттек:

-йышыраҡ саф һауала йөрөгөҙ! Айырыуса ылыҫлы урмандың һауаһы шәп икән.

- лимон менән имбирле сәй эсегеҙ. С витамины күп булған әлморондо ла ҡайнатып эсегеҙ.

Декабрь-ғинуарҙа ҡарағай ботаҡтарында С витамины күпләп йыйыла икән. Тимәк, уны ла ҡайнатып эсәбеҙ).

- балыҡ ашарға! Йәки балыҡ майы һатып алып эсергә лә кәрәк.

Шулай итеп мотлаҡ:

1.Витамин С

2.Витамин Е

3.Иртәнге ун менән төшкө ун ике араһында 15-20 минут ҡояш аҫтында ултырып алығыҙ (эштән ҡасып сығыуға бер сәбәп))).

4.Көнөнә бер йомортҡа ашарға

5.7-8 сәғәттән кәм йоҡламаҫҡа!

6.Көнөнә 1,5 литр һыу эсергә

7.Һәр ашаған ризыҡ эҫе булырға тейеш.

Табиптар кәңәшенән тағы бер нәмә белдем әле). Тажлы үләттең вирусын еңеү өсөн:

- йәшел лимон (честно ғына итеп әйтәм, әлегә йәшел лимон һатып алғаным юҡ ине. Бармы ул Баймаҡта?)

- һары лимон

- авокадо

- һарымһаҡ

-манго

-мандарин

-ананас

-апельсин да ашар кәрәк икән. Уларҙа булған файҙалы матдәләр вирустан көслөрәк тип баралар.

Иң оҡшаған һәм күңелгә ятҡан кәңәш беләһегеҙме ниндәй булды? Ул – лимонлы йылы һыуҙы эсеү вирусты үпкәгә барып етмәҫ элек (!) үлтерә икән. (Сәй урынына лимонлы һыу һөрпөлдәтеп тик ултырырғамы икән әллә?))

Уңайы менән файҙаланып, үҙемдән дә өҫтәп ебәрәйем әле: үҙегеҙ көтөп үҫтергән ҡаҙ-тауыҡ, ваҡ һәм эре малдың, ҡаҙы, ҡарта һалып бешерелгән бишбармаҡтың һурпаһын әйләндерә яҙғансы әсе ҡатыҡ-ҡорот менән болғап эсергә лә онотмағыҙ. Унан ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, мәтрүшкә һ.б. үләндәр һалып әҙерләнгән сәйҙе баллап-майлап эсегеҙ. Ас ҡарынға ҡорот иҙеп эсергә лә онотмағыҙ. Ауырымайыҡ, дуҫтар! Кәңәштәрегеҙ булһа – яҙығыҙ! Бер-беребеҙгә иғтибарлы булып, кәңәш-төңәш итеп, ковидын да, сусҡа киҙеүен дә, башҡа вирустарҙы ла именлектә-һаулыҡта үткәреп ебәрәйек, йәмегеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: