Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Декабрь 2022, 15:35

Донорҙарға - биш мең

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев билдәләүенсә, закон проекты ҡан донорҙарына социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән...

Донорҙарға - биш мең
Донорҙарға - биш мең

Башҡортостанда ҡан донорҙарына социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән закон проектын әҙерләйҙәр. Дәүләт Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзалары уларға йыл һайын бишәр мең һум түләргә тәҡдим итә. Тейешле закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән.

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев билдәләүенсә, закон проекты ҡан донорҙарына социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Түләүҙәр тәртибен Башҡортостан хөкүмәте билдәләй.

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ҡан донорҙарына социаль ярҙам саралары федераль кимәлдә ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһының айырым субъекттары өҫтәмә төбәк сараларын билдәләне.

«Башҡортостанда даими рәүештә ҡан биргән 160-тан ашыу кеше иҫәпләнә, — тине Константин Толкачев.  — Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, законды ғәмәлгә ашырыуға республика бюджеты сығымдары йылына 815 мең һум булыр тип көтөлә. Ҡан донорлығы — бик мөһим хәйриә төрө. Һәр процедура — ҡотҡарылған ғүмер, хатта бер генә лә түгел. Донорлыҡ һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ. Унан да бигерәк, фән даими ҡан биреүҙең һаулыҡҡа яҡшы тәьҫир итеүен раҫлаған».

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: