

Көн ҡаҙағында
Һорауҙар күп яңғыраны
Баймаҡта табиптарҙың һәм халыҡтың осрашыуы үтте
Башҡортостан халҡы табиптарға яҙыла алмауына социаль селтәрҙәрҙә йыш зарлана.. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Черенков та әйткәйне. Уның һүҙҙәренсә, “Инцидент менеджмент” системаһына һаулыҡ һаҡлау темаһына иң күп ялыуҙар килә.
“Табиптар етешмәй, белгестәрҙең ауырыған осраҡтары ла бар. Шуға уларға ваҡытлыса яҙылып булмай”, - тине Д. Черенков.
Был проблема Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә йыш күтәрелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Өфө мэрияһына халыҡ менән осрашырға һәм уларҙың ялыуҙарын тыңларға ҡушты.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса комиссияларҙың райондарға сыға башлауҙары тураһында отчет бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, ҡайһы бер медицина учреждениеларында мәсьәләне кадрҙарҙы алмаштырыу ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин.
Бындай осрашыу беҙҙең районға ла килеп етте һәм ул үткән аҙнала халыҡ ижады үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Салауат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашлығында үтте. Сарала Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлетов, табиптар ҙа булды. Таһир Вилүр улы район-ҡалала беренсел медицина-санитар ярҙамын ойоштороу мәсьәләләре нисек ҡуйылғаны тураһында отчет яһаны.
Артабан осрашыуға килгәндәр борсоған һорауҙарын бирҙе. Төп проблема – табиптарҙың етмәүе. Был ҡатмарлы мәсьәлә ҡала поликлиникаһына ла, ауылдарға ла хас. Кешеләр Баймаҡта ҡайһы бер йүнәлештәге табиптар етмәһә, уларҙы баш ҡаланан йышыраҡ саҡырырға кәрәклеген белдерҙе. “Аллерголог, пульманологты һ.б. белгестәрҙе районға саҡырып булмаймы ни? Беҙ бит уларға күренер өсөн Магнитогорск ҡалаһының шәхси клиникаларына йөрөргә мәжбүрбеҙ. Өфөгә алыҫ, йүнәлтмә алғансы ла күп ваҡыт үтеп китә. Әгәр табиптарҙың бында ҡабул итеүен ойошторһағыҙ, күптәр уларға күренеп ҡалыр ине. Сөнки бер ҡайҙа йөрөргә мөмкинселеге булмағандар ҙа бар бит”,-тине һорау биреүселәр.
Ауыл биләмәһе башлыҡтары ла үҙ проблемаларын күтәрҙе. “Табиптар ауылдарға сығып ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Был яҡшы күренеш. Әммә һеҙ өс белгес тураһында иғлан бирәһегеҙ, ә һөҙөмтәлә бер терапевт ҡына килә. Ул да барыһын ҡабул итеп өлгөрмәй. Беҙ табиптар етмәүен аңлайбыҙ, әммә алдан әйтелгәнсә бар йүнәлештәге врачтар ҙа ҡабул итергә тейеш бит. Әгәр беҙҙекеләр өлгөрмәй икән, республика дауаханаларынан саҡырырға кәрәк”,-тине улар.
Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова биләмәлә эшләгән “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең проблемаларын күтәрҙе: “Бер “Ашығыс ярҙам” машинаһы 14 меңдән ашыу кешене йәғни 20 ауылды хеҙмәтләндерә. Тәүлегенә кәмендә 900 саҡрым үтә улар. Бер фельдшер эшләй. Был ни тиклем көсөргәнешле булыуын аңлайһығыҙҙыр. Мәҫәлән, йөрәге тотҡан кеше үҙәк дауаханаға килтереп еткереү өсөн дүрт сәғәттәй ваҡыт китә. Ә бындай мәлдә һәр секунд ҡәҙерле. Шуға күрә беҙҙә “Ашығыс ярҙам” пунктын асырға кәрәк”.
Төпкөлдә урынлашҡан, шуға күрә тиҙ арала үҙәккә килеп етә алмаған Ишбирҙе яҡтарына ла “Ашығыс ярҙам” мәсьәләһе киҫкен булып ҡала.
Биләмә башлыҡтары Урғаҙала – дауахана төҙөү, Ҡуянтауҙа – фельдшер юҡлығы, Түбәлә – ФАП-ҡа косметик ремонт, Бөрйәнйылға, Крепостной Йылайыр ФАП-тарына – капиталь ремонт, Мерәҫтә модулле ФАП кәрәклеге һ.б. проблемаларҙы күтәреп сыҡты. Кешеләргә ҡалаға йөрөүе мәшәҡәтле булыуы сәбәпле, ауыл фельдшерына системалар ҡуйырға рөхсәт бирелһә ине, тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Әммә был йәһәттән ҡәтғи “ярамай” тигән яуап алынды. Сөнки система ҡуйыу тик табип күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш.
Осрашыуға килгәндәр һорауҙарын яҙып та бирә ала ине. Бындай һорауҙар поликлиникала тәртип булмауына, ҡайһы бер медицина хеҙмәткәрҙәренең ауырыуҙар менән тупаҫ итеп һөйләшеүенә, кешеләрҙең сәғәттәр буйы сиратта ултырырға мәжбүр булыуына ҡағылды. Был йәһәттән район башлығы Фәнис Әминев былай тине: “Был һорауҙарҙың барыһын да үҙемә алам. Улар тулыһынса тикшерәләсәк һәм тейешле сара күреләсәк”.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Салауат Рәхмәтуллин осрашыуға килгәндәргә үҙенең телефон һандарын яҙҙыртты һәм медицина йүнәлешендәге проблемалар менән уға мөрәжәғәт итеп булыуын белдерҙе.
Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Таһир Мәүлетов та халыҡ өсөн ишектәре һәр саҡ асыҡ булыуын әйтеп үтте.
Эйе, осрашыуҙа медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы күп һорауҙар ҡалҡып сыҡты. Уларҙың һәр береһенә төплө яуап яңғырауы, контролгә алыныуы ла медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыуға өмөт һәм ышаныс бирә. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың әүҙемерәк булыуын күрге килә ине. Сөнки социаль селтәрҙәрҙә фейк битләүектәрҙән яҙыуға ҡарағанда, ошондай осрашыуҙарҙа бар проблеманы асып һалыуы күпкә отошло. Ни өсөнмө? Сөнки һорау шунда уҡ контролгә алына, уның үтәлеше өсөн яуаплылыҡ алған етәкселәрҙең телефон һандарын да яҙып алаһығыҙ. Үҙенең исемен күрһәтергә теләмәгәндәргә яуаплы етәкселәргә шәхсән мөрәжәғәт итеү мөмкинселеге лә була.
Медицина хеҙмәткәрҙәренең, был йүнәлеш өсөн яуап биргән вазифалы етәкселәрҙең халыҡ менән осрашыуҙары йышыраҡ ойошторолһон ине. Сөнки ошондай саралар ваҡытында күҙгә күренгән дә, күренмәгән дә проблемалар ҡалҡып сыға, кешеләр – табиптарҙы, ә табиптар уларҙы яҡшыраҡ аңлай башлай, ниндәй йүнәлешкә нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәк икәнлеге лә беленә.
Гүзәл Иҫәнгилдина.