Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Декабрь 2022, 10:15

Барыһы ла үҙебеҙҙән

Ваҡытында ятып йоҡлай башланым, төнгөлөккә ҡорһаҡ тултырып ашауҙы туҡтаттым. Тиҙҙән юғары ҡан баҫымы, баш ауыртыуы үтә башланы. Организмыбыҙҙы тереләй серетеүгә үҙебеҙ булышлыҡ итәбеҙ икән...

Барыһы ла үҙебеҙҙән
Барыһы ла үҙебеҙҙән

Умыртҡалыҡ һөйәгенең ҡайһы ғына өлөшө ауырта башлаһа ла, сәбәп берәү генә булмаҫҡа мөмкин, бер генә аспекттан сығып дауалау файҙа бирмәйенсә, интегеүҙәр ғүмер буйына дауам итергә йәки инвалид хәлендә ҡалырға мөмкинбеҙ. Мин был ҡатын – ҡыҙ тарихына кире ҡайтмайым. Ни өсөн ундай хәлгә төшкәнен яңынан иҫкә генә төшөрөп китәм.Ул хаталарҙы төҙәтеү, сәләмәтләнеү юлына баҫыуҙы уның һүҙҙәре менән яҙа барам. Ҡайһы берҙә беҙ ниндәй принциптарҙы боҙабыҙ һуң, шунан үкенә - үкенә йәшәйбеҙ? Йәки урыҫса әйтһәк «существуем» 1.Йәшәү өсөн донья ҡыу, донья ҡыуыу өсөн йәшәмә. Һәркем үҙенең тәнендәге йәшәү көсөн өс өлөшкә бүлеп сарыф итергә тейеш йәки уны потреблять – тотонорға тейеш тиҙәр алдынғы ғалимдар. Бер өлөш « на всякие экстренные случаи неприкосновенный запас», икенсе өлөш көндәлек үҙебеҙҙең тәнебеҙгә хәрәкәтләнергә, ашағанды эшкәртергә, файҙалы ризыҡтар аша бар ағзаларҙы туҡландырырға, һ.б. тәнебеҙҙе тәрбийәләп торорға тейеш, өсөнсө өлөш эшләп көс түгеүгә сарыф ителә.Был осраҡта беҙ һәрбер ағзаны күҙ алдында тотабыҙ, сөнки аяҡ та үҙенән – үҙе генә хәрәкәтләнмәй, уның һәр бер аҙымын яһарға бауыр ҙа, бөйөр ҙә, талаҡ та, һ.б. ағзалар эшләй, көс түгә. Беҙҙең героинябеҙ ике бала табыу, уларҙы эш араһына ҡыҫтырып тәрбийәләү, хужабикә эштәрен алып барыуҙан башҡа, көнө буйы аяҡ өҫтө эштә, ярты төнгә хәтле ҡабул ителгән заказдарҙы бешереү, әҙерләү һәм башҡа бихисап эштәрҙе үтәү ваҡытында был принциптарҙы ныҡ боҙа. Уның тәне шул дәрәжәлә ватыла, ул хатта тотонолорға тейеш түгел запасты ла ҡыйратып бөтөрә. Беҙҙең тән бер бөтөн система. Уның бер ағзаһы ла айырым йәшәмәй. Тәндең һәрбер мм бер – береһенә тығыҙ бәйләнгән.Тәндә өҫтәрәк ятҡан, төптәрәк ятҡан запас була, өҫтәгеһе бөтһә, һөйәктәрҙән, ағҙаларҙың туҡымаларынан ала башлайбыҙ, бына шунда инде кеше үҙен – үҙе, хатта һөйәктәрҙәге запастарҙы ла эшләр өсөн энергия алырға ҡыйрата башлай. Шунан китә инде һөйәктәргә хәтле һыҙлау, ағзалар кибеү. Йәки кеше үҙенә - үҙе дошман булып, үҙен – үҙе тереләй ашап йәшәй башлай булып сыға.Умыртҡалыҡ һөйәгенә туҡланыу етмәй башлаһа, ҙур бәлә килә. Ул бит һөйәктән тора. Тик һөйәккә һыу ҙа, майҙар ҙа, минералдар ҙа, витаминдар ҙа кәрәк. Ә туҡланыу унда барып етә алмай, сөнки кешенең үҙен аяуһыҙ эксплуатацияләүе, ашаған ризығының сыйфатһыҙ булыуы,йәки ашағанының бары тик көндәлек расходҡа сыға барыуы, тәненең ял күрмәүе һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында туҡланыуһыҙ ҡалған йәки етешһеҙ туҡланмаған ағзалар ватыла, һөйәктәр шығырҙай, ауыша, ҡыҫыла, нервтар өҙөлә, ҡыҫыла, мускулатура шәлперәй башлай. Ә мускулатура шулай уҡ үҙенең кәрәкле ризығын көтә, самаһыҙ эксплуатацияләгәндән ватыла, ял күрмәй, ә ул иҙерәп, тейешле ял иткәндә тулыһынса туҡлана, етешле һыу эсә, витаминдар, майҙар алып тора. Мускулатура ла ныҡ ауырлыҡ килә башлаһа, өҙөлә, кибә, ҡата, һыҙлай, эластичность тигән сыйфатын юғалта башлай.Кешегә эйелеү, бөгөлөү, менеү, үрмәләү, ултырған, ятҡан ерҙән тороу ҙур проблемаға әйләнә. Ҡыҙғанысҡа, бындай хәләттәге кешеләр һаны олоғайған ғына түгел, йәштәр араһында ла арта ғына бара. Мохтажлыҡтан ғына түгел, ә беребеҙ ҙә ҡыуып етә алмаҫлыҡ, беребеҙҙең дә нәфсеһе күпме генә тапһаҡ та туйып бөтә алмаҫлыҡ донья малы артынан ҡыуыу, самаһын белмәү, көнләшеп, ярышып, ә үҙебеҙҙең көстө самалап түгел, донья ҡыуыу сәбәпле тиҙәр дин әһелдәре лә сиргә батыуыбыҙҙы аңлатып. « Эй, апай, мейемә һеңдергәнсе аңлаттығыҙ. Ваҡытында ятып йоҡлай башланым, кистән ҡорһаҡ тултырып ашауҙы туҡтаттым. Ул миңә зыянға ғына булған. Бер ай тигәндә давление күтәрелеү, баш ауыртыу бөттө. Давление менән атнаға әллә нисә тапҡыр скорый саҡырта инек бит. Ашҡаҙаным әсетеп ауыртып тора, кикергән һайын тамаҡ төбөнә әсе тәм килеп, яндыра ине. Ул күренеш юҡ хәҙер. Аңланым, төнгөлөккә ашаған, хатта төндә ашаған ризыҡ мине харап итә башлаған. Әсеп, сереп, инфекциялар үрсеп, шулар бар ағзаларға инеп, уларҙы ла сирләтеп ятҡан инде. Иртәнсәк телем ап – аҡ булып килеп тора инем. Анализ биргән инем, кандидтар таптылар.Кандидтар рак сиренә еткереүсе сәбәп тигәсһегеҙ, был апай мине совсем ҡурҡыта ахыры тип, ышанмаған инем. Ысынлап шулай тип һөйләй Виталий Островский. Ҡайҙа улар үрсей, шунда шеш барлыҡҡа килә тей,» - тип һөйләне ул.

2. Төп йортоңдо таҙа хәләттә тот. Беҙҙең күбебеҙгә беҙҙең төп йортобоҙ - йәшәгән нигеҙебеҙ, йортобоҙ. Беҙ уны йыуабыҙ, туҙан да ҡундырмайбыҙ. Ул шулай булырға тейеш инде ул. Һәм шулай уҡ тәнебеҙҙе тышҡы яҡтан ныҡ тәрбийәләйбеҙ. Ә бына эске яҡтан да шулай уҡ таҙартып торорға икәнлеген онотабыҙ. Бөгөнгө көндә дауалап булмаҫлыҡ сирҙәрҙең күбәйеүе - кешеләрҙең эстән сереүенә, ундағы йыйылып ятҡан ашаған ризыҡтың ваҡытында сығарылмауына, эске яҡтан беҙҙең бысыраныуыбҙға, ағыуланыуыбыҙға, ағзаларҙы ҡорттар, грибоктар, зыянлы бактериялар, инфекциялар баҫыуына бәйле тиҙәр И.Неумывакин, Н.Амосов, Б.Увайдов, В.Островский, Г.Малахов, Полл Брег, һәм башҡа күренекле ғалимдар. Ниндәй генә еңел, ауыр сир килһә лә иң беренсе эстән төрлө клизмалар, процедуралар менән ашҡаҙанды, бөтөн эсәк юлын таҙартырға, ашауҙы үҙгәртергә, эс ҡатыу күренешен бөтөрөргә мотлаҡ ҡушалар. Эстәге торғонлоҡто бөтөрмәйенсә дауаланыуҙың эффекты бик әҙ йәки бөтөнләй булмай тиҙәр.Бер яҡтан дауаланыу бара, ә икенсе яҡтан әллә нисә тапҡырға артыҡ ағыуланыу, инфекцилар үрсеү, һ.б. күренештәр бара. « Эс ҡатыу менән нисә йыл интектем бит. Эс ҡатыуҙың зыянын һеҙ һөйләнегеҙ, видеолар ҡараным, уҡыным. Ҡалай юләр булғанмын. Өсәр көн йүнләп сыҡмаған саҡтар бар ине. Ул ҡатып ятҡан каллдар «оказывается рассадник для инфекций, паразитов, грибков» икән. Эсәктәр аша улар бөтөн ағзаларға, ҡанға һурыла, ҡанды ағыулай. ТУҠТА ӘЛЕ, БЫНЫҢ ЭСЕ ҠАТА, БЕҘ ҺУРМАЙ ТОРАЙЫҠ, БЫЛ ҠАТҠАН, СЕРЕГӘН РИЗЫҠ ТӘНДЕ АҒЫУЛАЙ ҒЫНА ТИП ТОРМАЙҘАР БИТ ИНДЕ.Миома, киста, полип, нимә генә үрсетмәйбеҙ эсебеҙҙә.Ауыҙҙан йәмһеҙ еҫ сыға тип, ниндәй ҡиммәтле теш пасталары алдым, юҡ бөтмәне.Өс көн әйбәтләп клизма яһап таҙарттым эсәктәрҙе, шул хәтлем еңел булып ҡалды.Үҙемә эйелергә ҡыйын булғас, санаторийҙа түләүле яһаттым. Көнгә икешәр - өсәр тапҡыр барыбыҙ бергәләп салаттар яһап ашайбыҙ, миңә хәҙер бешмәгән морковь менән сөгөндөрҙән дә тәмле ризыҡ юҡ кеүек. Һеҙ әйткәс вообще бешмәгән сөгөндөр ашап булыр микән тип уйлаған инем. Ярар, кишерҙе элек тә көндә булмаһа ла ашай инем кәбеҫтә салатына ҡушып. 8 ай ашайым, туйҙырыр тигән инем, юҡ. Иртәнсәк бешмәгән кишер – сөгөндөр салаты, төшкө ашҡа кәбеҫтә йә бүтән йәшелсәләрҙән салат.Ул салатҡа мин хәҙер төрлө чия, кунжут, тмин, етен орлоҡтары ҡушам. И в туалет, как по часам. Апай, көн һайын ваҡытында хәжәтеңде үтәү, интекмәү иң ҙур бәхет икән ул. Ауыҙҙан еҫ бөттө, кстати. Ашауҙы ныҡ үҙгәрттем. Тәмлүшкәләр, һеҙ шулай тейһегеҙ бит, бик әҙ, юҡ тейерлек өҫтәлдә. Һөйәккә, тирегә, быуындарға, ағзаларға кәрәкле минералдар, майҙар, витаминдар ниндәй ризыҡта барлығын ныҡ өйрәндем.Маш, нут, арпа бүрттерәм, таҙартылған көнбағыш шул хәтлем тәмле була бүрттергәс. Ҡара бойҙай ботҡаһының тәмен, файҙаһын яңы аңлай башланым.Һеҙ әйткәс, академик Ласкин өйпәткәнсә лә бешерәм. Ул "оказывается самая антираковая каша." Интернетта бар мәғлүмәт бар. Ооооо, апай, башҡорт ҡымыҙын мин бик ныҡ яраттым. Ҡымыҙҙың нимә икәнен белмәгәнемә үкенәм. Уны эскәс, шундай ныҡ хәл инә, Эсәктәрҙең эшләп киткәнен һиҙеп торам.Мин интернетҡа инеп уҡыным. Ҡымыҙҙың файҙаһы ныҡ күп икән. һөйәктәргә файҙалы минералдарға бай тейелә. Миңә как раз кәрәк инде. Ә бейә һөтө әсегәс, ул хатта бар үпкә сирҙәренн арындыра. Тимәк, короновирусты ла может еңәлер. Ғәжәйеп!!! «Вкус детства» тигән магазинда бар тигәс, барып алған ине ирем. Кстати, ул һыра эсмәй хәҙер. Ҡымыҙ ғына эсә. Тирләтеп, иҙерәтеп ебәрә, рәхәтләнеп йоҡлата тей. Так что һыра индустрияһы бер потребителен юғалтты.( Көлөп алды.) ( Беҙҙә «Вкус детства» тигән магазиндарҙа Башҡортостанда яһалған, оҙонса быяла шешәләрҙә ҡымыҙ һаталар. Береһе бал менән, береһе балһыҙ. Бәләбәйҙә сыға. Күптәрҙе башҡорт ҡымыҙы эсергә өйрәттем. Оҡшай.) Әкрен генә әйбәтләнеү бара. Үҙем һиҙәм, күпкә хәлем әйбәтләнде. «Организм – целостная система, нельзя отдельно один только орган исцелять,»- тей бит И.Неумывакин. Шуны аңлай алмай интектем, мин уның «Помоги себе сам»тигән һеҙ ебәргән видеоһын биш тапҡыр тыңлағанмындыр. О, вот аңрайғанмын, диҡҡать менән тыңлай алмайым. Әллә ниндәй уйға инәм дә китәм.Бик күп яҡшы кәңәштәр алдым.Алға китеш ныҡ. Миңә ҡалһа, мин оҙаҡ йәшәмәҫ инем, наверное, апай.Ватылған машаинала ла әллә ней йыраҡ китеп булмай бит.Ватылған тән менән дә шулайҙыр тип уйлайым. Әллә философҡа ла әйләнеп барам инде мин.( Көлөп алды.),»- шулай тип һөйләне ул.

3. Һыу – тормош сығанағы, йәшлек һәм матурлыҡ элексиры. Аллаһы Тәғәлә тирә - яҡ тәбиәғәтте бер яҡтан беҙ өйрәнеп, дөрөҫ ҡулланып, сәләмәт йәшәһен өсөн бирһә, икенсе яҡтан ундағы күренештәрҙе беҙҙең эске хәләтебеҙҙәге торошо менән тәңгәл килеүен аңлаһындар өсөн дә биргән тип уйлайым мин. Мәҫәлән, һыуһыҙ тирә - яҡта тормош һүнә, кибә, ҡорой.Йәки йылғаларҙа, шишмәләрҙә һыу ағып тормаһа, торғонлоҡ, батҡаҡ, һаҙлыҡ барлыҡҡа килә. Тимәк һыу һыуҙы этәреп, ағым биреп торһа ғына хәрәкәт була. Аҡмаһа, саф, таҙа һыу килеп тормаһа, таштары ла мүкләнә. « Мин һыуҙы бик әҙ эсә инем. Эсмәнем түгел, но бик әҙ эскәнмен, хәҙер мин һыу тураһында лекция һөйләй алам. Магазинда күберәген шәкәр менән кофе, тиҙ генә пакетлы сәй эсеү ғәҙәткә ингән ине. То бутерброд ашап алам, то берәр пирожное, то икмәк менән копченый балыҡ.Берәр алма, груша араһына ҡыҫтырып. Фрукты ашарға ярата инем. Шулар миңә әҙерәк ярҙам итеп торғандарҙыр. Хәҙер аптырайым, минем организм нисек сыҙаған. Мине бит әнейем әйбәт ризыҡтар ғына ашатып үҫтерҙе. Мин ныҡ инем ул. Һыу етешле эсмәгәс, үт тә ҡуйырып, үт ҡыуығында ваҡ таштар ҙа барлыҡҡа килә башлаған.Хатта щитовидкаға ла насар булған. Ҡыҫҡаһы, шикарный машинаны яҡшы белгәнмен, өф итеп тотҡанмын, ә үҙемдең хатта бауырымдың ҡайҙа һәм ни хәлдә тип тә уйламағанмын. Фильтр кибә башлаған. «У людей то гепатоз, то увеличение, у тебя как будто высыхание,»- тине терапевт.Бауырға мин алты ай тюбаж яһаным, атнаға икешәр тапҡыр. Табиб менән кәңәштем, һеҙ әйткәс. Өйрәндем, бер ҡыйынлығы юҡ.Бауырым әйбәттер тим хәҙер, битем һарғылт төҫтә ине, хәҙер алһыуланып тора башланы.Ашағаным әйбәт эшкәртелә.Кстати, үт ҡыуығын тикшерттем.Унда застой юҡ, бөткән тинеләр. Ә бына һыуҙы етешле генә эсеү түгел, таҙа һыу эсеү ҙә мөһим. Әнейҙәргә атна һайын ҡайтабыҙ, шишмә һыуын ташып бөтөрәбеҙ буғай.( Көлөп алды. Мин « Шишмәләр беҙҙең килеүҙе көтөп торалар. Әҙәм балаһы һыуын алған һайын, тағын да нығыраҡ шатланып, селтерәп ағалар. Беҙгә бары тик рәхмәт әйтеп китергә һәм ҡулдан килгән хәтлем төҙөкләндереп, тирә - яғын таҙартып торорға кәрәк,» тинем.) Лимфаларҙың бысыраныуы шулай уҡ һыуҙы әҙ эсеүҙән килә тинегеҙ бит Һеҙ. Лимфалар бысыранһа вообще эш харап икән.Һыу йыуа уны.Йыуылмаһа, бысырана. Лимфаларҙа рак шештәре, отектар башлана. Виталий Островскийҙың «Как почистить лимфы» тигән видеоһын яттан беләм хәҙер.Ҡыҫҡаһы, апай, мин һеҙ ҡушҡанса һыу эсергә өйрәндем. Йылы һыу эскәс иртәнсәк, шундай рәхәт булып китә. Хәҙер миңә иртәнсәк ике - өс стакан һыу эсеү в удовольствие генә. Йөҙөм тартышып, тирем ваҡ ҡына морщинкалар менән ҡаплана башлаған ине бит. Тирегә һыу дым бирә. Һыуһыҙ үҫемлек тә кибә бит, тартыша. Һеҙ ҙә шулай тинегеҙ бит. Мин шул тартыша башлағанмын.Ә бауырға һыу етмәгәс, ул беҙҙең ҡанды ла таҙарта алмай йүнләп тинегеҙ бит. Бына минем дә тирем дә ҡартая башлаған булған ағыуланған ҡан аша, »- тип тарих дауам ителде. 4.Кешелекте иң ныҡ ҡырған нимәләр – паразиттар, грибоктар, зыянлы бактериялар, торғонлоҡта барлыҡҡа килеп үрсегән инфекциялар тиҙәр барлыҡ алдынғы, халыҡ өсөн тип йән атҡан ғалимдар. Бөгөнгө көндә бигерәк тә тиҙәр. Бының сәбәбе – тонналап ашалған тәм – том,яһалма тәмләткестәрҙең ныҡ ашауға индеределеүе, ГМОлар, ЕЕлар, фастфудтар, әҙ хәрәкәтләнеп эшләй торған шөғөлдәр, эш көндәренең оҙонайыуы, һ.б. сәбәптәр.Паразиттар, грибоктар, зыянлы бактериялар быуындарға ла, шул уҡ умыртҡалыҡ һөйәгенә лә, ағзаларға ла, ҡан юлдарына ла, ҡыҫҡаһы етешмәгән тишектәре ҡалмай уларҙың, инәләр, ҡыйраталар, быуындарҙы шештерәләр, ҡабарталар, ағзаларҙың протокаларын тарайталар, ябалар, сосудтарға инеп, тромбтар барлыҡҡа китерәләр, полип, папиллома, шеш….Һанап бөтөргөһөҙ. Тәмле ашатып балаларҙы ла эштән сығарабыҙ. « Минем эсем нисә йыл буйына ҡатып интеккән кешенең ул ғәләмәттәре бар еремә лә оялағандарҙыр. Шуға уларҙы бар ерҙән дә ҡыуаларға, ҡыйратырға кәрәклеген аңланым. Һеҙ өйрәткәнсә быуындарыма, умыртҡалыҡ һөйәгенә буйҙан көнгә бер тапҡыр таҙа кәрәсин һөрттем ике ай.Тире аша ла һеңә, ундағы воспалениене лә бөтөрә, зыянлы быуынды эштән сығарыусы паразиттарҙы, гриб., зыянлы бакт.инфекцияны ҡыйрата ти бит Борис Увайдов. Апай, кәрәсин мөғжизә. Минем позвоночник бер атнанан ауыртмай башланы. Просто ир усы менән буйҙан һөртә лә, мин футболка кейеп кенә ҡуям. Бер – ике минуттан кибә. Әней белә икән кәрәсиндең файҙаһын. Бабайың гел тубыҡтарына һөртә, ә беҙҙең тамаҡ ауыртһа мамыҡ менән һөртә лә иртәнсәккә бөтә ине тей.Аптыраным. Минем аяҡ быуындары гел аяҡ өҫтө баҫып эшләп, майланмаған күсәр кеүек шығырҙап торалар ине. Хәҙер юҡ.Аллаға шөкөр. Ә әремде мин хәҙер яратып эсәм. Файҙа бирә торған һәм зыян һалмай торған самаһын арттырмайым.Миңә тәүлегенә 10-15 бөртөк сәскәһе етә. Антипаразитарная профилактика ғәиләгә ныҡ инде. Ирҙең эсе гел ҡабарып тора ине. Һыра күп эсте бит ваҡытында. Унда сөпрә күп икән. Зыянлы бактериялар ҙа сөпрәле һыра яраталар, эсәкте шулар үрсеп ҡабарталар икән.Әремдең файҙаһы ныҡ тейә тей ирем. Шулай булһын инде, берүк,» - тип дауам иттек һөйләшеүҙе. 5. Тейешле табибтар янына барыу, кәңәшеү, анлиздар тапшырыу, МРТлар, Узи үтеү рәттән барҙы.Ҡатҡан арҡаһын, умыртҡалыҡ һөйәгенә ҡағылмайынса ғына, минем таныш массажист, бик әйбәтләп массаж яһаны. «Тирене һөйәктән ҡайырып алырлыҡ урындары бар ине. Йәбешеп ҡатҡан, үҙе йәш бит әле,» -тине ул. Вакуум банкалар бик әйбәт эффект бирҙе. Ни өсөн массажһыҙ булмай? Сөнки тире аҫтындағы меңәрләгән капиллярҙар, лимфалар ҡыҫылған, улар аша туҡланыу юнләп бармай, тимәк умыртҡалыҡ һөйәге лә туҡланмай. Ә ул ҡайҙан үҙенә ризыҡ алһын. Ә лимфалар аша һыу килә алмай, «отработанный продукты распада» сыға алмай. Уларҙы тотҡонлоҡтан сығарырға кәрәк.Сыға алмағас, отход та кибә, ташҡа әйләнә, бөйөргә, ашҡаҙан аҫты биҙенә, талаҡҡа ла таш үҫә башлай.Уларҙы шунан ҡырҡып ташларға ғына ҡала!!! Ә Аллаһы Тәғәлә беҙгә бер генә лә артыҡ ағза бирмәгән!!! 6. Тәндә ниндәй үҙгәрештәр барғанын беҙҙең аҡыллы тән һәрваҡыт сигнал биреп, иҫкәртеп тора. Беҙ йә пофигист, йә битараф, йә ниндәйҙер бик мөһим һорауҙар хәл итәбеҙ,донья ҡыуабыҙ, ваҡыт юҡ тип аҡланабыҙ. Бер көн килтереп ҡыҫҡас, барыһы ла табыла. Бигерәк тә ваҡыт, сәғәттәр буйына сиратта ла ултырабыҙ, айҙар буйына больницта ла ятабыҙ. Был осраҡта ла бил ауыртыу күптән башланған, сәнсеүҙәр, кинәт «стрелять» итеүҙәр… Ваҡыт табып, тиҙерәк тикшеренеүҙәр үтһә, башты эшләтеп «Ни өсөн?» тигән һорауға яуап эҙләһә, күпме интегеүҙәрҙе, ғазаптарҙы урап үтер ине. 7. Эҙләнергә кәрәк!!! Билендәге бүһере 4 мм ине, операция әле яһамайбыҙ, ҙурайып, ҡамасаулай башлаһа, килерһең тигән хирург. Был осраҡта уның ныҡ ҙурайғанын көтөп йәшәмәҫкә, профилактика яһап, бөтөнләй ҡотолоу юлын өйрәткән «Подушка Мейрама и как правильно использовать?» тигән видеолар ҡарап, ундағы тәҡтимдәрҙе өйрәнә башланы. «Бигерәк тә умыртҡалыҡ һөйәгенең баҫылыуын, ултырыуын( усадка) булдырмау буйынса күнегеүҙәр ныҡ оҡшаны, көндә иртәнсәк тә, көндөҙҙәрен дә яһайым. Сразу үҫеп, оҙонайып киткән кеүек булам. Һығылмалыҡ барлыҡҡа килә башланы. Барыһын да әкрен генә, әҙҙән генә эйелеп башланым,» - тине. «Әллә мине ен алыштырған, әбейем әйтмешләй. Күҙем тонған булған. Хәҙер артыма әйләнеп ҡарайым да, хайран ҡалам. Унда мин баҫып тормайым кеүек. Ҡалай үҙемде хөрмәт итмәгәнмен.Ҡасан мин шулайға әйләнгәнмен? Апай, үҙеңде ватыуы бик тиҙ икән. Ә ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыуы. Оооо! Иногда почти невозможно булыуы ла мөмкин!». 

Билдәле халыҡ табибәһе Зәүхиә Низамиева битләүегенән. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: