Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Декабрь 2022, 16:25

Танауығыҙ тонһа...

был сара менән 2-3 көндә ҡотолоп була. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Танау тонғандан, дарыухананан алған дарыуҙарһыҙ ғына, 2-3 көндә ҡотолоп була. Каланхоэ гөлө һуты танауҙы аса һәм әрнеүен баҫа. Өй шарттарында түбәндәгесә ябай ингаляция яһарға мөмкин. Бының өсөн 1,5-2 литр һыуҙы ҡайнатырға һәм уттан алып, 5-7шәр тамсы ҡарағай, эвкалипт, сәй ағасы эфир майҙары өҫтәргә һәм һыу һыуынғансы, таҫтамал йәки башҡа әйбер менән көпләнеп шуның парын һуларға. Был процедураны төнгә яһайҙар. Көндөҙ яһаһағыҙ 2-3 сәғәт тышҡа сыҡмай, өйҙә генә ултырырға кәрәк. Ғөмүмән, өйҙә лә өшөргә ярамай.

Беҙҙең был яҙма дауалау сараһы булып түгел, кәңәш булараҡ тәҡдим ителә. Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 1613752086_1613752167

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: