Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Декабрь 2022, 11:22

Төндә ҡулың ойоймо?

Һиңә ярҙамға етен орлоғо кеҫәле ярҙамға килер!  Кис стакандың 1/3 өлөшөнә етен орлоғон алып, өҫтөнә 1 литр һыу ҡой. Ҡайнап сығыр алдынан 1,5-2 сәғәт алдынан алып һыу парына ултырт. Ул ошолай һыу парында 1,5-2 сәғәт ҡайнап ултырырға тейеш. Төнө буйы төнәткәндән һуң иртәнсәк һөҙөп алына. 850 мл кеҫәл килеп сығырға тейеш. Уны 5 көнгә бүлеп...

Төндә ҡулың ойоймо?Төндә ҡулың ойоймо?
Төндә ҡулың ойоймо?

Төндә ҡулың ойоһа, һиңә ярҙамға етен орлоғо кеҫәле ярҙамға килер! 

Дауаланыу курсы былай: 

Кис стакандың 1/3 өлөшөнә етен орлоғон алып, өҫтөнә 1 литр һыу ҡой. Ҡайнап сығыр алдынан 1,5-2 сәғәт алдынан алып һыу парына ултырт. Ул ошолай һыу парында 1,5-2 сәғәт ҡайнап ултырырға тейеш. Төнө буйы төнәткәндән һуң иртәнсәк һөҙөп алына.

850 мл кеҫәл килеп сығырға тейеш. Уны 5 көнгә бүлеп, иртәнсәк ас ҡарынға һәм кис ашар алдынан 1/3 стакан эсергә кәңәш ителә. 

Һөҙөмтәһе булһын өсөн ошондай кеҫәлде 15 көн дауамында эсергә кәрәк булыр.

3 айҙан һуң дауаланыу курсын ҡабатла. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас