Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Декабрь 2022, 10:10

Сусҡа киҙеүе яҡынлаша

Иң ныҡ таралған штамм - А (H1N1)-2009 йәғни сусҡа киҙеүе, ул Рәсәйҙең 82 субъектында теркәлгән...

Сусҡа киҙеүе яҡынлашаСусҡа киҙеүе яҡынлаша
Сусҡа киҙеүе яҡынлаша

Рәсәйҙә йәшәүселәр грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән йышыраҡ ауырый башлаған. Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, был аҙнала сир күрһәткесе 35,4% артҡан, ә 37 субъектта ул ил кимәленән артып киткән.

Иң ныҡ таралған штамм - А (H1N1)-2009 йәғни «сусҡа киҙеүе», ул Рәсәйҙең 82 субъектында теркәлгән. Табиптар A(H3N2) һәм B вирусының да баш ҡалҡытыуын билдәләй.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, илдә прививка кампанияһы барышында 74 миллиондан ашыу кеше вакцина яһатҡан — халыҡтың 52%. Башҡортостанда иһә 49,9% тәшкил иткән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас