Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Декабрь 2022, 05:50

Күтәрергә ине ... гемоглобинды

Ә бының ябай ғына ысулы бар. Тотондоҡ!..

Күтәрергә ине ... гемоглобиндыКүтәрергә ине ... гемоглобинды
Күтәрергә ине ... гемоглобинды

Гемоглобины түбән булыу менән ыҙалаған кешеләр күп. Һәр саҡ дарыу йотоп ҡына йөрөп булмай. Гемоглобинды баҡсабыҙҙа үҫкән йәшелсәләр менән дә күтәреп була.

Эре ҡырғыстан 300-әр г кишер менән сөгөлдөрҙө үткәрәбеҙ ҙә, 300 г бал өҫтәйбеҙ. Яҡшылап бутағас, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Әҙер ҡатнашманы көн һайын иртәнсәк, ас ҡарынға ашарҙан 30 минут алда 1-әр аш ҡалағы ашарға кәрәк. Гемоглобин аҙна-ун көндән күтәрелә башлай. Сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас