Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Декабрь 2022, 03:30

Бәйһеҙлек бәләһе

Баймаҡ районы һәм ҡалаһында әлеге ваҡытта 163 ВИЧ-инфекциялы бар. Шуларҙың 20-һе быйыл асыҡланды. Ауырыуҙар араһында ике бала бар. Уларға ВИЧ әсәләренән йоҡҡан. Быйыл ВИЧ-инфекциялы 7 кеше үлде...

Бәйһеҙлек бәләһеБәйһеҙлек бәләһе
Бәйһеҙлек бәләһе

Бәйһеҙлек бәләһе

СПИД – кешелекте тамырынан өҙгән хәүефле ауырыуҙарҙың береһе. Үкенескә ҡаршы, ВИЧ инфекцияһына йоҡторған кешеләрҙең һаны арта бара. Әлеге ваҡытта ер шарында 37 миллиондан ашыу кеше ошо ауырыуға дусар булған. Шуларҙың 1, 7 миллионы – яңы тыуғандан алып 14 йәшкә тиклемге балалар. Ауырыуҙарҙың 53% - ҡатын-ҡыҙҙар. Рәсәйҙә 1 137 596 -дан ашыу, Бащҡортостанда - 262689 (2021 йылда – 253002) ВИЧ-инфекциялы бар.

Баймаҡ районы һәм ҡалаһында әлеге ваҡытта 163 ВИЧ-инфекциялы бар. Шуларҙың 20-һе быйыл асыҡланды. Ауырыуҙар араһында ике бала бар. Уларға ВИЧ әсәләренән йоҡҡан. Быйыл ВИЧ-инфекциялы 7 кеше үлде.

Бынан бер нисә йыл элек ВИЧ-инфекцияһы күберәк энә аша йәғни наркомандарҙың бер наркотик ҡулланғанда бер энә ҡулланыуы арҡаһында тарала ине. Хәҙер был ауырыу күберәк енси юл менән йоға. Ауырыуҙарҙың күпселеген илле йәште үткән кешеләр тәшкил итә. Шуға күрә кешеләр осраҡлы енси мөнәсәбәттең, бәйһеҙ тормош алып барыу ниндәй хәүеф менән янауын аңларға һәм һаҡланырға тейеш.

ВИЧ-инфекцияһын алдан билдәләгәндә, уны дауалауы, ауырыуҙың ҡәҙемге тормош алып барыуы еңелләшә. Бындай ауырыуҙар өсөн бушлай дарыуҙар яҙыла икән. Табиптың һәр кәңәшен тыңлап һәм үтәп йәшәгән кешеләр ҡәҙимге тормош менән оҙаҡ йәшәй, эшләй. Ваҡытында дауаланып барған ВИЧ-инфекциялы ҡатындарҙың сәләмәт бала табыуға мөмкинселеге арта.

Был ауырыуға дусар кешеләр менән даими эш алып барыла, әңгәмә ҡорола, хатта ниндәйҙер кимәлдә уларҙың психологына ла, яҡын кешеһенә лә әүерелеп кителә. Шуныһы әһәмиәтле, был сиргә дусар булған кешеләрҙең исем-шәрифе ете йоҙаҡ аҫтындағы сер итеп һаҡлана. ВИЧ-инфекциялылар тураһында бер кемгә лә мәғлүмәт бирелмәй.

Әлбиттә, иң ауыры – кешегә уның ВИЧ-ҡа дусар булыуы тураһында хәбәр итеү. Кемдер оҙаҡ өндәшмәй ултыра, кемдер, хатта ирҙәр ҙә, һығылып илай, бәғзе берәүҙәрҙе тынысландырыуы ҡыйын була. Шулай ҙа медицина алға барыуын, тейешле дауаланыуҙы алғанда был сир менән дә йәшәп булыуҙы оноторға ярамай.

Үкенескә ҡаршы, ВИЧ-инфекцияһы, СПИД тураһында бер ни ҙә белмәгән кешеләр ҙә осрап ҡуя икән. Был ауырыу тураһында бик күп яҙылһа, күрһәтелһә лә, кемдәрҙер ниңәлер бөтөнләй мәғлүмәтһеҙ ҡала, бәлки, “бының миңә ҡағылыуы мөмкин түгел” тип иғтибар бирмәйҙәрҙер.

ВИЧ-инфекцияға дусар булыуын кеше нисек белә ала һуң? Әлбиттә, тик ҡан анализын ғына тапшырып. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының бындай анализды аноним рәүештә лә тапшырып була. Әлбиттә, һәр кемгә ВИЧ-инфекцияһына тикшерелеү үтергә кәрәктер, тип уйлайым.

Тән температураһының сәбәпһеҙ һәм йыш күтәрелеүен, инфекция сирҙәренә йыш дусар булыу, эс китеү, ябығыу, тәнгә сабыртмалар сығыуҙы ВИЧ-инфекцияның билдәһе булыуы ихтимал.

ВИЧ-инфекцияһын тикшергән, өйрәнгән, унан тулыһынса дауаланыу юлын эҙләгән ғалимдар “СПИД – ҡурҡыныс, әммә өмөтһөҙ сир түгел”, – тиҙәр. Шуға күрә һәр кемдең үҙе тураһында хәстәрлек күреп, сәләмәтлеген ҡайғыртыуы, ваҡытында медицина тикшереүҙәрен үтеүе уны быуат афәтенән ҡотҡарып ҡала ала.

Гөлнур Латыпова, табип-инфекционист.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас