Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Ноябрь 2022, 05:40

ТАРЫ ЯРМАҺЫНАН – ДАРЫУ

Тары ярмаһы бөйөрҙән, бәүел ҡыуығынан таш һәм ҡомдарҙы сығарыу, циститты, ҡатын-ҡыҙҙың енси ағзаларын дауалау көсөнә эйә. Был ағзаларҙы дауалауҙың боронғо, бер аҙ онотолған алымын тәҡдим итәбеҙ. Ул шундай ябай һәм еңел, әммә шифаһы көслө.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Тары ярмаһы бөйөрҙән, бәүел ҡыуығынан таш һәм ҡомдарҙы сығарыу, циститты, ҡатын-ҡыҙҙың енси ағзаларын дауалау көсөнә эйә. Был ағзаларҙы дауалауҙың боронғо, бер аҙ онотолған алымын тәҡдим итәбеҙ. Ул шундай ябай һәм еңел, әммә шифаһы көслө.

Бер стакан тары ярмаһын йылы һыуҙа таҙарта йыуып 3 литрлыҡ банкаға һалабыҙ һәм өҫтөнән эҫе һыу ҡоябыҙ. Банканы йылы нәмә менән ҡаплап, тарыны бер тәүлеккә бүлмәлә төнәтергә ҡуябыҙ. Иртәгәһенә банкалағы һыуҙы теләгән ваҡытта теләгән күләмдә эсә башларға мөмкин. Шул уҡ тары өҫтөнә яңынан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтеп эсергә була. Тәме үҙгәрә башлаһа – түгегеҙ һәм яңы ярманан шундай уҡ төнәтмә эшләгеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтан алынды: iRL0-N4q8Q4

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас