Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Ноябрь 2022, 12:15

Ҡара әнистең файҙаһы

Ҡара әнисә патоген микроорганизмдарҙы юҡ итә, ҡан баҫымын нормаға килтерә. Юғары ҡан баҫымын төшөрөр өсөн 1 балғалаҡ ҡара әнисте онтап, 250 мл һыуҙа бешереп алығыҙ ҙа һыуынғанын көтөгөҙ.    Ҡара әнис -- хәтерҙе яҡшырта  1 аш ҡалағы кипкән бөтнөккө 1 балғалаҡ ҡара әнис орлоғон ҡушып болғатығыҙ ҙа, 1 стакан һалҡын һыуға һалығыҙ...

Ҡара әнистең файҙаһыҠара әнистең файҙаһы
Ҡара әнистең файҙаһы

Ҡара әнистең файҙаһы 

Ҡара әнисә патоген микроорганизмдарҙы юҡ итә, ҡан баҫымын нормаға килтерә.

Юғары ҡан баҫымын төшөрөр өсөн 1 балғалаҡ ҡара әнисте онтап, 250 мл һыуҙа бешереп алығыҙ ҙа һыуынғанын көтөгөҙ. 

 

Ҡара әнис -- хәтерҙе яҡшырта 

1 аш ҡалағы кипкән бөтнөккө 1 балғалаҡ ҡара әнис орлоғон ҡушып болғатығыҙ ҙа, 1 стакан һалҡын һыуға һалығыҙ. Ҡайнатып алығыҙ һәм термосҡа ҡойоғоҙ. 60 минут төнәткәндән һуң һыуһаған һайын эсегеҙ. Был көндө сәй ҙә, ҡәһеүә лә эсмәгеҙ. 

 

Көнбайыш Европала әнис ашаған кеше бер ваҡытта ла инсульттың нимә икәнен белмәҫ, тигән әйтем бар. Унда инсульт кисергән ауырыуҙарға көнөнә 2-4 тапҡыр ашаған арала (иртәнге һәм төшкө, йәки төшкө һәм киске аш араһындағы тәнәфес ваҡытында) 10-15 әнис орлоғаон иҙеп ашарға кәңәш итәләр. Артынан һыу эсеп ҡуйырға кәрәк.

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ! Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас