Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Ноябрь 2022, 11:35

Уҫаҡ ағасының шифаһын беләһегеҙме?

Уҫаҡ ҡайырыһы - көслө антисептик. Унан яһалған төнәтмә тән температураһын төшөрөүгә, йүткеректе баҫыуға булышлыҡ итә, бөтә төр патоген микробтарҙың ҡабыҡсаһын, тимәк, үҙәген дә иретеп юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә. Күҙәнәктәргә үк үтеп, һауыҡтырыу эшен көйләй ала. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Уҫаҡ ҡайырыһы - көслө антисептик. Унан яһалған төнәтмә тән температураһын төшөрөүгә, йүткеректе баҫыуға булышлыҡ итә, бөтә төр патоген микробтарҙың ҡабыҡсаһын, тимәк, үҙәген дә иретеп юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә. Күҙәнәктәргә үк үтеп, һауыҡтырыу эшен көйләй ала.

Ә ҡайыры түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:
- бөтә төр үпкә ауырыуҙарынан, хатта сыҡмай ыҙалатҡан ҡаҡырыҡты ла ҡыуып сығара( араҡыға һалып төнәтелгәне, сәйе лә);
- мигрень, мастопатия;
- бәүел тотмауҙан, цистит, нефрит;
- панкреатит, диабет;
-ревматизм
- колит.

Бынан тыш ул вирустарҙы үлтерә, ҡан тамырҙарын да таҙарта, матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты ҡыуып сығара, тимәк, тән ауырлығын да кәметә.

Ҡулланыу алдынан мотлаҡ врач менән кәңәшләшегеҙ, сикләүҙәр булыуы ихтимал. Мәҫәлән, эс ҡатҡан ваҡытта уны файҙаланыу тыйыла.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 9b63d0c4bb8a2500241a3bf0a18901c2

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас