

Бының биш төрлө рецебын һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.
1. Бер стакан йылы һөткә 5-10 тамсы аптеканан алған дегетте тамыҙығыҙ ҙа яҡшылап болғатығыҙ. Әҙер булған дауаны көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 1/3 стакан эсегеҙ. Дауаланыу курсы 10-14 көн.
2. Кесе ярау иткән саҡта ауыржыу тойһағыҙ, ҡыяр орлоғон онтағыҙ. Килеп сыҡҡан порошокты 2 балғалаҡ алып, 1 стакан ҡайнар һыу менән бешерегеҙ. Унан һүрән утта 15 минут томалағыҙ. Аҙаҡ 30 минут төнәтегеҙ ҙә һөҙөп алығыҙ.
Килеп сыҡҡас төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда 1/3 стакан эсегеҙ. Дауаланыу курсы 10-14 көн.
3. Ябай әремде 1 аш ҡалағы алып, 1 стакан һыуға һалығыҙ. 15 минут ҡайнатығыҙ. Унан 30 минут төнәтегеҙ ҙә 100 гр арыш оно ҡушып болғатығыҙ. Килеп сыҡҡан шыйыҡ ҡына ҡамырҙы һейҙек ҡыуығы тәңгәленә һылап тороғоҙ ҙа аҙаҡ йыуып төшөрөгөҙ. Ошолай 1-2 көн эшләгәндә цистит бөтә, тиҙәр.
4. Өс баш һарымһаҡты иҙегеҙ ҙә 300 мл аҡ шарапҡа һалығыҙ. Унан 15 минут һүрән утта томалағыҙ.
Әҙер дауаны йоҡлар алдынан 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ. Дауаланыу курсы 10-14 көн.
5. Өс аш ҡалағы ҡыяр орлоғон һәм 1 аш ҡалағы фенхель япраҡтарын йәки орлоғон ярты литр ҡайнар һыуға һалығыҙ. 2 сәғәт төнәткәндән һуң көнөнә 3 тапҡыр агарҙан 30 минут алда 5 көн дауамында эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһ рецепттарын ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.