+24 °С
Ямғыр
Оҙайлы йүткереү яфаланғанда төрлө йәймәләр менән дауаланырға кәңәш итәләр. Уларҙың бер зыяны ла юҡ
Бал менән йәймәләр әҙерләүҙең бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ:
- Берәр ҡалаҡ бал һәм тоҙҙо ҡушып, бинтҡа һыларға һәм төнгөлөккә күкрәккә ҡуйырға. Иртәнсәк һөртөп алығыҙ.
- Тигеҙ күләмдә көнбағыш майы, бал һәм он алып, шуларҙы бергә ҡушып яҡшылап болғатығыҙ. Шулай уҡ бинтҡа һылып күкрәккә һалығыҙ. Өс сәғәттән алырға мөмкин.
- 1 аш ҡалағы бал, шул уҡ күләмдә он, ҡоро гәрсис һәм бал ҡушабыҙ. Нәҙек итеп йәймә йәйәбеҙ ҙә арҡаға йә күкрәккә һылайбыҙ. Ике сәғәттән алабыҙ.
Ғәҙәттә, бер-ике сәғәттән һуң йүткереү ҡул менән һыпырып алған кеүек була.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: vIcBjUFcCdU