Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Ноябрь 2022, 11:30

Ҡыҙыл һуған бауырҙы дауалай

Был рецепт бауыр циррозы менән ауырығандарҙа тикшерелгән. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡыҙыл һуған бауырҙы дауалай ​

Күптәр бауыр ауыртыуына зарлана. Уны дауалауҙың ябай ысулы бар.

Уның өсөн 1 кг ҡыҙыл һуған (фәҡәт ҡыҙыл һуған!) кәрәк. Уны ит турағыс аша үткәрәбеҙ һәм 900 г шәкәр ҡомо һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Һуңынан һалҡын урынға ҡуябыҙ. Шул килеш 1-1,5 аҙна тирәһе ултырырға тейеш. Һуңынан уның һутын ағыҙып алабыҙ.

Ауыртыуҙың ни тиклем көслө булыуына ҡарап, көнөнә 3 сәй ҡалағынан алып 8 сәй ҡалағына тиклем эсергә кәрәк. Әгәр ҙә һыҙланыу түҙеп торғоһоҙ көслө икән, уны әҙерләгәндең өсөнсө көнөнән башлап та эсергә мөмкин. Был рецепт бауыр циррозы менән ауырығандарҙа тикшерелгән.

Рецепты ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: Image2

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас