Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Ноября 2022, 06:25

Остеохондроз яфалаймы?

Уны дауалау ысулы бик ябай. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Остеохондрозды картуф һәм бал менән дауалайбыҙ

Тигеҙ күләмдә бал һәм ваҡ ҡырым аша ҡырылған сей картуфты алабыҙ һәм уларҙы яҡшылап болғатабыҙ.

Һуңынан уны яурын баштарына, билгә, йәғни,ҡайҙа ауырта шунда һылайбыҙ һәм өҫтөнә полиэтилен шыптыр һалып ҡаплайбыҙ. Өҫтөнә тағы ла йылы әйбер һалабыҙ. Компресты ике сәғәт тотабыҙ. Артабан тәнде пихта майы менән ыуабыҙ.

ПБындай процедуранан һуң үҙегеҙҙә еңеллек тойорһоғоҙ. Ауыртыу яйлап үтер. Дауалау курсы 7-10 процедура.

Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: wgTsC1N35nA

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас