Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Ноябрь 2022, 14:10

Организмдағы артыҡ тоҙ нимһе менән зыянлы?

“Аҡ үлем” кешенең аң кимәлен насарайта. Һөҙөмтәлә кеше әкренләп аҡылынан яҙа бара. Артыҡ тоҙло аш һеҙҙең һөйәкте йоҡарта, шуның менән теш тә насарая. Тоҙ организмдағы кальцийҙы йыуып төшөрә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Организмдағы артыҡ тоҙ нимһе менән зыянлы?

Тоҙ һәм давление

Ҡанда натрий хлорид арттырыу менән кешенең йөрәгенә, мейеһенә һәм артерияға көс төшә. Һөҙөмтәлә ҡан баҫымы күтәрелә.

Тоҙ һәм кальций.

Артыҡ тоҙло аш һеҙҙең һөйәкте йоҡарта, шуның менән теш тә насарая. Тоҙ организмдағы кальцийҙы йыуып төшөрә. Кальций нервы системаһының эшмәкәрлеген көйләй ҙә инде.

Тоҙ һәм бөйөр.

Артыҡ тоҙ организмдағы натрий, калий элементтарының һәм һыу балансын боҙа. Шунлыҡтан бөйөрҙә һыу оҙағыраҡ тора башлай. Тән шешенә, ҡан тамырҙары аша саманан тыш күп ҡан әйләнеше йөрөй башлай. Был иһә гипертония ауырыуына дусар итә.

Тоҙ һәм мейе

“Аҡ үлем” кешенең аң кимәлен насарайта. Һөҙөмтәлә кеше әкренләп аҡылынан яҙа бара.

Тәүлегенә кеше күпме тоҙ ашарға тейеш?

Организм өсөн тәүлегенә 5 грамм тоҙ ҡулланыу етә. Иондарҙың кимәлен контролдә тотоу өсөн күберәк еләк-емеш һәм йәшелсә ашарға кәңәш ителә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 3156035

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас