Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Ноябрь 2022, 05:20

Үксәгеҙ шешеп, һыҙлаймы?

Ул сағында һеҙгә халыҡ медицинаһын тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Үксәгеҙ шешеп, һыҙлаймы?

Ул сағында һеҙгә халыҡ медицинаһын тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ.

- Йөрөгәндә аяҡ ауыртмаһын өсөн шешеп сыҡҡан ергә тәүҙә прополистан компресс яһағыҙ һәм фольганы өҫтөнә ябығыҙ.

- Эҫе һыуға 3-4 аш ҡалағы тоҙ һәм аш содаһы һалынған һыуға тығып ултырығыҙ. Һыу һыуынғас, аяҡтарҙы ҡоротоп,махсус крем һөртөп, нәски кейегеҙ.

- Компресс өсөн бер баш һуған һәм 3-5 тырнаҡ һарымһаҡ иҙеп үксәгә 2 сәғәткә ҡуйырға.

- Бер йомортҡаны һытып, уға ярты стакан 9 процентлы һеркә ҡойорға һәм 100 г көнбағыш майы ҡушып, әкрен генә утта ҡуйырғансы ҡайнатырға кәрәк.

- Сей картуфты ҡырып һәр кис табанға ҡуйып ятырға.

- Бер аҙ тоҙға 1 сәй ҡалағы бал, 2 тамсы йод ҡушып болғатырға. Шешкән урынға һөртөп, ярты сәғәткә ҡалдырырға.

Бирелгән кәңәште ҡулланыр алдынан мотлаҡ врач менән кәңәшләшергә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: yCKYH3XxYXM (1)

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас