+24 °С
Ямғыр
Башҡорт дәүләт медицина университетының 90 йыллығына арналған сараларҙың береһе - спорт байрамына арналды. Ошо көндәрҙә медицина өлкәһендә эшләгән 35 йәштән алып олораҡтар араһында мини-футбол буйынса республика турниры уҙҙы. Урал аръяғы командаһын Баймаҡ һәм Сибай ҡала үҙәк дауаханаларының йыйылма командаһы яҡланы. Көсөргәнешле барған ярышта беҙҙең команда лайыҡлы рәүештә икенсе урынды яуланы. Сибай поликлиникаһынан Айҙар Ғүмәров "Иң яҡшы һөжүм итеүсе" булараҡ танылды.