Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Октябрь 2022, 12:10

“Йондоҙло” балалар баҡсаһы акцияға ҡушылды

Баҡсаның мәктәпкәсә төркөмөнә йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн экскурсия ойошторолдо

“Йондоҙло” балалар баҡсаһы акцияға ҡушылды
“Йондоҙло” балалар баҡсаһы акцияға ҡушылды

Башҡортостанда “Иғтибар, балалар!” акцияһы башланды. Уны Дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә БР Мәғариф министрлығы үткәрә. Акция 11 ноябргә тиклем дауам итәсәк. «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә балалар КВН уйындарында, юл ҡағиҙәләре буйынса театрлаштырылған тамашалар конкурсында, онлайн-олимпиадала һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнаша ала.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәүефһеҙлегенә, балаларҙың кейемдәрендә яҡтыртҡысты ҡайтарыусы элементтарҙың булыу-булмауына, хәүефһеҙлек ҡайышы менән ҡулланыуға айырым иғтибар йүнәлтә.

Баймаҡ ҡалаһының “Йондоҙло” балалар баҡсаһы акцияға ҡушылып, 25 октябрҙә тәрбиәләнеүселәре өсөн экскурсия ойошторҙо. Баҡсаның мәктәпкәсә төркөмөнә йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар тәрбиәселәре менән С.Юлаев проспектындағы юл киҫелешен үтеп ҡараны, автоинспекция хеҙмәткәре менән осрашты, юлды нисек дөрөҫ үтергә кәрәклеге тураһында һөйләне.

“Йондоҙло” балалар баҡсаһы акцияға ҡушылды
“Йондоҙло” балалар баҡсаһы акцияға ҡушылды
“Йондоҙло” балалар баҡсаһы акцияға ҡушылды
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: