Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Октябрь 2022, 06:00

Тәндәге таптарҙан нисек ҡотолорға?

Өлкәнәйә килә тәндә ҡара-һорғолт таптар күренә башлай. Ғәҙәттә, улар ҡояшҡа янған урындарҙа сыға: күкрәк яурын, ҡулдар... Уларҙан ҡотолоу өсөн артыҡ нәмә лә кәрәкмәй. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Тәндәге таптарҙан нисек ҡотолорға? Өлкәнәйә килә тәндә ҡара-һорғолт таптар күренә башлай. Ғәҙәттә, улар ҡояшҡа янған урындарҙа сыға: күкрәк яурын, ҡулдар... Уларҙан ҡотолоу өсөн кәрәк: 2 аш ҡалағы һуған һуты, 2 аш ҡалағы һеркә. Бергә ҡшылап бутағыҙ һәм ҡараңғы төҫтәге бутылкаға ҡойоғоҙ. Шулай ул яҡшы һаҡланасаҡ. Көн һайын уны ҡара таптар күренгән ергә һөртөгөҙ. Бер нисә аҙнанан таптар юҡҡа сығасаҡ. Иң мөһиме - көн һайын ҡулланырға онотмағыҙ. Был дарыуға күп аҡса ла талап ителмәй. Һуған еҫе сыҡмаһын, тиһәгеҙ, лимондың тышын һөртөгөҙ. Әйткәндәй, ул да тәнде ағартырға булышлыҡ итәсәк.

Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшегеҙ. 

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас