+24 °С
Ямғыр


Битегеҙгә ҡытай маскаһын эшләгеҙ. Был маска бит тиреһен туҡландыра, шымарта, пигмент таптарын кәметә.
Маска өсөн 1 сәй ҡалағы шыйыҡ бал, 1 сәй ҡалағы крахмал, 1 сәй ҡалағы тоҙ алабыҙ. Крахмал һәм балды бергә ҡушып яҡшылап болғатабыҙ ҙа ваҡ тоҙ өҫтәйбеҙ (диңгеҙ тоҙо йәки йодланған ваҡ тоҙ алабыҙ). Тирегеҙ ҡоро булһа, 1сәй ҡалағы һөт ҡушырға мөмкин.
Әҙер масканы биткә бер нисә ҡат итеп һөртәбеҙ. 25 минут тирәһе тотҡас, йылымыс һыу менән йыуабыҙ.
Әгәр масканы һылағас, битегеҙҙең яныуын, үтә ныҡ семетеү һиҙһәгеҙ, уны шунда уҡ йыуып төшөрөү кәрәк.
Ҡытай маскаһын 20 көн дауамында көн аша эшләргә кәңәш итәләр (бөтәһе 10 тапҡыр була). Битегеҙ яҡтырып, шымарып ҡалыр.