ТАМАҠ АУЫРТЫУЫН КӘМЕТӘ ТОРҒАН Халыҡ саралары
Уларҙы ҡулланып, химик дарыуҙар күләмен кәметергә була. *Тамаҡ төбөн сода эретмәһе менән сайҡағыҙ. Ярты сәй ҡашығы соданы ҙур стакандағы йылымса һыуҙа болғатып эретергә һәм тамаҡты шуның менән 2-3 сәғәт һайын сайҡарға кәрәк. Шуныһын да иҫкәртәйек: хроник фарингит булған осраҡта, тамаҡ төбөн сода эретмәһее менән сайҡарға кәңәш ителмәй, сөнки ул лайлалы тышсаны ҡорота, хәлде тағын да ҡатмарлаштыра. * Сәй, үлән сәйҙәре, һыу, һуттар күберәк эсегеҙ. Һеҙҙең организм аша ни тиклем күберәк шыйыҡлыҡ уҙа, шул тиклем яҡшы. Ауырыған ваҡытта йыйылған токсиндар шыйыҡлыҡ менән йыуылып сығасаҡ. Һыу, шифалы һыу, сок, морс, сәй эсергә кәрәк. Һыра һәм кеүәҫ эсергә ярамай (улар йылы булһа ла, тамаҡ төбөн ярһыта һәм ауыртыуҙы көсәйтә), мүк, нарат еләгенән, баландан яһалған морстар бик файҙалы. * Әсе, боросло ашамлыҡтарҙы онотоп тороғоҙ. Кетчуптар, башҡа төрлө әсе соустар, тәмләткестәр, ашамлыҡтар йотҡолоҡтағы ялҡынһыныу процесын көсәйтә. Был ризыҡтарҙан һарымһаҡ төшөп ҡалмай— һалҡын тейгәндә, тамаҡ төбө ауыртҡанда, уны йыш ҡулланырға ярай.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.