+24 °С
Ямғыр


Быуындар һыҙлауынан һәм шығырлауынан йәнә бер рецепт
Ябай ғына рецепт. Тәүге ҡулланыуҙан уҡ һыҙланыуҙар баҫылып ҡалыр.
Бынаң өсөн 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы гәрсис (горчицы (острой), 1 аш ҡалағы ваҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы һыу алына.
Һаналып үтелгәндәрҙең барыһын бергә ҡушып болғатығыҙ. Бер төрлө массаға әйләнһен. Унан әҙер дауаны берәй ҡапҡаслы һауытҡа ҡойоп ҡуйығыҙ.
Ошолай иткәндә, ҡапыл һыҙлай башлаһа, крем әҙерләү өсөн ваҡыт әрәм итмәҫһегеҙ.
Әҙер кремды һыҙлаған урынға һөртөгөҙ. Унан өҫтөн пластик пакет менән ҡаплап, йылы итеп төрөп ҡуйығыҙ.
Бындай компрессты 1,5-2 сәғәткә ҡуйығыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ. Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшлешегеҙ.